+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 15:30

Кисә Башҡоростандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың хәтер көнө булды.

Кисә Башҡоростандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың хәтер көнө булды.Интернеттың мөмкинлектәре киң, әле бына һеҙгә тәҡдим иткән некрологтың күсермәһе 1977 йылдың 20 февраленә алып ҡайтҡан һымаҡ. Фамилияларға иғтибар итегеҙ, уларҙы КПСС-тың өлкә комитеты һайлап алған. Артабан уҡырға: ------------------------—Татарстан Парламенты ни өсөн борсола?Киләһе яҙмабыҙ ошо мәсьәләгә арналыр.

Кисә Башҡоростандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың хәтер көнө булды.
Интернеттың мөмкинлектәре киң, әле бына һеҙгә тәҡдим иткән некрологтың күсермәһе 1977 йылдың 20 февраленә алып ҡайтҡан һымаҡ. Фамилияларға иғтибар итегеҙ, уларҙы КПСС-тың өлкә комитеты һайлап алған.
Улар араһында шағирҙы эҙәрлекләүселәр, уға ҡарата һөсләтеүселәр, тәнҡитләүселәр, үҙен – эшһеҙ, ғаиләһен ас ҡалдырыусылар бар. Тарих иләге бик талапсан шул, ҡайһы берәүҙәренең ижадтары онотолоп та бара. Әҙип тормошо шулай ҡоролған, ижадын ваҡыт һынай, кемдер утта янып, көл араһынан тоҡанып килеп сыға һәм миллиондарҙың зиһенен яулай, ә икенселәрҙе иҫкә алыусы ла юҡ.
Рәшит Солтангәрәевтың күҙҙәрен йәшкә күмеп иҫкә төшөргәне хәтерҙә ҡалған: “Рәми, ни эшләйһең, ғаиләң ас ултыра бит”, – тигәс, шағир: “Мин башымды түмәргә һалғанмын инде”, – тип яуап бирҙе”.
Читайте нас: