+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 21:30

Мәскәү-Минск мөнәсәбәттәре ыңғай яҡҡа боролмаҡсы.

Александр Лукашенко ҡыуанысын йәшермәй.Артабан уҡырға: ---------------пенсияға 1.1 һум өҫтәмә кем "бәхетенә" төшкән? Киләһе яҙма - шул хаҡта.

Рәсәй яғы Белоруссияға нефть пошлинаһын индереүҙән барлыҡҡа килгән өҫтәмә юғалтыуҙарҙы үҙ иҫәбенә ҡапларға тәҡдим иткән. Был юғалтыуҙарҙың, Рәсәй яғы иҫәпләүенсә, 300 миллион доллар, ә Лукашенко иҫәпләүенсә, 420-450 миллион доллар самаһы булыуы бик ихтимал.
Әлбиттә, был осраҡта бутҡаның майын кем үҙ яғына нығыраҡ тарталыр, әйтеүе ҡыйын. Белоруссия президентының әрһеҙлеге күңелһеҙ йылмайырға мәжбүр итә. Ҡайҙарҙа ғына булманы, кемдәрҙе генә ҡабул итмәне, барыбер үҙ маҡсатына иреште һәм беҙҙекеләрҙе ризалашырға мәжбүр итте. Владимир Путин менән бер командала хоккей уйнауы һәм еңеүе лә ярҙам итмәй ҡалмағандыр.
Читайте нас: