+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 22:30

Силәбе өлкәһендә 33 йыл стажы булған уҡытыусыға өҫтәп 1,1 һум индексация түләгәндәр.

Пенсионер аҡсаһын кире ебәргән. Артабан уҡырға:

Рәсәй Пенсия фонды, хәбәрселәр, социологтар тәҡдим ителгән алгоритм буйынса ветерандың пенсияһына индексация иҫәпләп ҡарағандар, ләкин бер ҡайҙа ла 1,1 һум сығара алмағандар.
Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә “ҡара иҫәп” менән пенчияны арттырып ҡарайыҡ. Шартлы рәүештә 33 йыл стаж өсөн пенсия 15 мең һум самаһы түләнә. Индексация пенсияның страховка өлөшөнә түләнә, тигән мәғлүмәт күптән билдәле. Страховка суммаһы һәр пенсионер өсөн айырым иҫәпләнә. Йәлләп тормайыҡ, пенсионерға страховка түләүе 5 мең һум, тип алайыҡ.
Яңы йылдан индексация күләме 6,6 процент тәшкил итә. әлеге 5 мең һумдан, тимәк, индексация 300 һумдан артығыраҡ сығасаҡ. Бәлки беҙ пенсия сығарыу серҙәрен билмәйбеҙҙер, иҫәпләү оҫталығы ла юҡ, алгоритм беҙҙең өсөн ят, ләкин пенсияға өҫтәмә 300 һум сыға, һис тә 1 һум, 10 тин түгел.
Әлбиттә, йөҙәр мең һум эш хаҡы алып өйрәнгән төрлө кимәлдәге түрә-ҡара өсөн 300 һум ҙур аҡса булып тойолмаҫ, ләкин ул сумма 12 айҙа 3600 һумға әйләнә һәм пенсионерҙы ҡыҙыҡһындырыуы бик ихтимал.
1,1 һум тураһында ишеткәс, Рәсәйҙең барлыҡ мәғлүмәт саралары ошо һанды тикшерә башланы. Ә беҙ тикшереүҙән алда иҫәпләп ҡараныҡ. Беҙҙең “ҡара иҫәп” һис тә ялған түгел һымаҡ. Әйткәндәй, һеҙҙең пенсия (яҡындарығыҙың пенсияһы) күпмегә артты?
Читайте нас: