+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 11:09

Төндәлектәр. Кисә миңә автобуста йәштәр урын бирҙеләр. Ҡыуанырғамы, әллә ҡайғырырғамы?

Ни әйтһәң дә, мин хәҙер пенсионер. Етмәһә, редакцияның машинаһы юҡ. Кисә автобуста беренсе тапҡыр урын бирҙеләр. Ҡыуанып ултырҙым, йәштәр ул хәтле үк тәртипеҙ түгел икән.

Ни әйтһәң дә, мин хәҙер пенсионер. Етмәһә, редакцияның машинаһы юҡ. Кисә автобуста беренсе тапҡыр урын бирҙеләр. Ҡыуанып ултырҙым, йәштәр ул хәтле үк тәртипеҙ түгел икән.
Шул ваҡыт Рәшит ағайҙың Рауил Бикбаев хаҡында көләмәсе иҫкә төштө.
Рәшит ағай һөйләй, Рауил ағай Бикбаевҡа шылтыратҡан икән. “Ни эш бөтөрәһең?” – тип һораған.
Рауил ағай: “Илап ултырам”, – тигән.
– Ни булды? – тип ҡурҡып киткән Рәшит ағай.
– Пенсия килтерҙеләр, – тип яуап биргән халыҡ шағиры.
Читайте нас: