“Ағиҙел”гә килеү өсөн ижад кәрәк икән шул.
Тормош тәжрибәһе туплау өсөн һуң булһа ла, “Ағиҙел”дә эшләгән дәүеремә ҡайһы бер фәһемле йомғаҡтар яһайым. Тәүге көндәрҙән алып, хәҙергеһенә тиклем бер һорау мине борсой. Ғүмер баҡый яҙыусылар менән ҡайнап торған редакция шып-шым. Көнөнә бер-ике яҙыусы килһә, ҡыуанып ҡабул итәбеҙ, сәй эсереп тә ҡарайбыҙ, фотоға төшөрөп, сайтҡа ла эләбеҙ.
Хәҙер килеп, шуға төшөндөм, бушҡа мәшәҡәтләнгәнбеҙ. Әҙип журналға әҫәр яҙһа ғына килә икән. Әгәр яңы әҫәре булмаһа, ул ниңә редакция хеҙмәткәрҙәренә ҡамасаулап йөрөһөн?
Бер-ике йыл элек Күгәрсен районында журнал уҡыусылар менән осрашҡайныҡ, өлкән генә апай сығып: “Яныбай Хамматов, Ноғоман Мусин, Булат Рафиҡов, Ғайса Хөсәйенов, Таңсулпан Ғарипова яҙған һымаҡ әҫәрҙәр баҫтырығыҙ, журналығыҙҙы шунда уҡырбыҙ”, – тип әйткәйне.
Ваҡыт үтә, әҙиптәрҙең дә быуыны алышына бара. Ни хәл итәйек, ул осорҙо беҙ ҙә һағынабыҙ. Булғаны менән байрам, тигәндәй, хәҙерге яҙыусылар, уларҙың ижады менән мөрхәтһенергә ҡала.