-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 12:31

Төндәлектәр. Яҙыусылар союзы эшләмәй, тиһегеҙме? Буш хәбәр. Зәки Әлибаев ни өсөн йыш-йыш тын алған?

Зәки Арыҫлан улынан да егәрле кеше юҡ. Уның ҡабаланмай йөрөгән сағын күргәнем юҡ. Нисә шылтыратма, кәңәшмәлә, ултырышта, сессияла, осрашыуҙа, һөйләшеүҙәрҙә, һ.б., һ.б., һ.б...

Зәки Арыҫлан улынан да егәрле кеше юҡ. Уның ҡабаланмай йөрөгән сағын күргәнем юҡ. Нисә шылтыратма, кәңәшмәлә, ултырышта, сессияла, осрашыуҙа, һөйләшеүҙәрҙә, һ.б., һ.б., һ.б...
2017 йылдың 10 ғинуарында иртәнән бирле шылтыратам, бушамай, трубканы алмай.
Кисен, ниһайәт, телефонын алды.
– Зәки Арыҫлан улы, бер генә минут. 50 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡотлайым, уңыштар теләйем! – тип кенә әйтеп өлгөрҙөм.
– Рәхмәт, ағай, рәхмәт! – тип яуап бирҙе ул әҙәпһеҙ итеп мышнай-мышнай.
– Сеү, ни эшләйһең ул? – тинем мин аптыранып.
– Ҡар көрәйем, – тине ул йыш-йыш тын алып.
Күҙ алдыма союз рәйесенең ҙур ихатаһы, өйөлөп ятҡан ҡар килде. Әллә фатиры ла юҡмы икән?
– Ҡайҙа? – тип һорайым.
– Союздың ҡыйығында, – ти рәйес. – Кисә ҡар күп яуҙы бит, хакимиәттән ҡуштылар.
Ер йөҙөндә 50 йәшлек юбилейын ҡаҙна йортоноң ҡыйығында ҡар көрәп ҡаршылаған башҡа әҙип бармы икән?
Шунда мин Зәки Арыҫлан улын рәйес вазифаһына һайлап, хаталанмауыбыҙға төшөндөм.
Читайте нас: