+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 13:30

Төндәлектәр. Журнал хаталары менән көрәш фәтеүә бирәме? Әйткәндәй, эшләмәгән кеше, яҙмаған әҙип хаталанмай.

Хатаһыҙ журнал сығарып буламы? Артабан уҡырға: ------------------------Фермер булғың киләме, аҡсаң етмәйме, кәңәш кәрәкме, ярҙам итмәйҙәрме?Киләһе яҙмабыҙ ошо мәсьәләгә арналыр.

“Гәзит хатаһыҙ сыҡмай” тигән һүҙҙәремде “Башҡортостан” гәзитендә әле лә һағынып һөйләйҙәр икән.
2016 йылдың апрелендә “Ағиҙел”дә эшләй башлағас, уҡытыусыларҙы ни өсөн журналды әҙ алдырыуына аптырағайным. Белореттағы осрашыуҙарҙың береһендә бик талапсан һәм уңған уҡытыусы күҙҙәремде асты: “Кеше алдында һөйләп тормайым, – тине ул, журналды шым ғына миңә тоттороп. – Йөҙөгөҙҙө йыртҡым килмәй. Бындай хаталы журналды уҡыусыларыма күрһәтергә оялам. Улар бит шунда уҡ күреп ҡала һәм көлә башлай”.
2015 йылғы журнал һанын Өфөгә ҡайтҡас уҡығайным, сәстәрем үрә торҙо. Уҡылмаған унар-ун бишәр хаталы биттәр бар. Фән докторы яҙған, фән докторы әҙерләгән материал.
Хаталарҙан ҡотолоу еңел түгел икән шул. Мин эшләй башлағас та, 2-3 ай дауам итте. Аҙаҡ күҙҙәр асылды, күңел тынысланды – ундай хаталарҙы бөтөрҙөк, шикелле.
Шулай ҙа, күңел тыныс түгел. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың бәләкәй хикәйәләрен 2019 йылдың аҙағында бик үтенеп һорағас, сығарып ебәргәйнек. Ә ул хикәйәләр беҙ килгәнсе, 2015 йылда, сыҡҡан икән. Әлеге хата өсөн журнал уҡыусыларҙан ғәфү үтенәбеҙ. Әйткәндәй, ошо осраҡ булмаһа, журналыбыҙҙы бик ентекләп уҡыусылар барлығын, уларҙың шатлығының сиге юҡлығын белмәй ҙә ҡалыр инек.
Ә былай дуҫтарҙы артыҡ ҡайғыртманыҡ, шикелле.
Читайте нас: