Биш-алты йыл элек кенә “Ағиҙел” йылға пароходлығы үҙ көнөн үҙе күргән предприятие ине. Радий Хәбировҡа тиклемге билдәһеҙлек һәм властһыҙлыҡ дәүерендә йылғыр кешеләр “Башҡорт йылға пароходлығы” ның мөлкәтен шәхси ҡулдарға таратып, үҙ-ара бүлешеп бөттө. Пароходлығының ғорурлығы булған транспорт саралары арзан ғына хаҡҡа яңы хужаларға күсте.
Өфө халҡы һәм уның ҡунаҡтары ошонда ҡеүәтле һәм уңышлы эшләгән предприятие булыуын онота башлағайны, республиканың яңы Башлығы иҫтәренә төшөрҙө һәм тәртип урынлаштыра башланы. Әлбиттә, ғәҙеллек урынлаштырыу еңел булмаясаҡ. Ләкин республика етәкселеге үҙ һүҙен үтәргә өйрәнгән. Килер бер көн, һәр йылдағыса Ағиҙел һәм Өфө йылғаларын киреп, пароходтар яңы миҙгелде асыр. Өфө ҡалаһы тирәләй сәйәхәттәр ойошторолор, Алла бойорһа, беҙ ул шатлыҡлы көндәрҙе күрербеҙ әле.