-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2020, 18:30

Горбачев менән Рейган осрашҡас... Рейган ни өсөн Горбачевты тәнҡитләгән?

...Арабыҙҙа өгөт-нәсихәт һәм ҡотҡо таратыу йәһәтенән (агитация һәм пропаганда, тип аңлағыҙ) уяу кеше лә табылды һәм үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. Мәскәү кешеһе, утҡа кәрәсин һипкән һымаҡ, тоҡанды ла китте.

1986 йылдың яҙында КПСС-тың генераль секретары Михаил Горбачевтың АҠШ президенты Рональд Рейган менән Исландияның баш ҡалаһы Рейкьявикта беренсе тапҡыр осрашыуын хәтерләйһегеҙме икән?
Ошо тарихи осрашыуҙан һуң күп тә үтмәне, АҠШ менән СССР мөнәсәбәттәре киҫкенләште. Беҙҙекеләр Алыҫ Көнсығышта Корея Республикаһы самолетын бәреп төшөрҙө, Рейган беҙҙе “яуызлыҡ империяһы”, тип иғлан итте. Ә беҙҙе Өфөгә ниндәйҙер бер сәйәси семинарға йыйып алдылар.
Үҙгәртеп ҡороу, билдәләлек, демократия шауҡымы менән ҡоралланып, иҫереп, эшкә килгән КПСС ағзаларын галстуктарынан һөйрәп йөрөткән заман, барыһын тәнҡитләп, баш китерлек мәҡәләләр яҙабыҙ. Шулай ҙа һүҙ ирке трибуналарҙан түгел, тәмәке тартҡанда, йәшенеп, сәй һәм араҡы эскәндә нығыраҡ ишетелә.
Беҙ, семинарҙа ҡатнашыусылар, тәмәке тартырға сыҡтыҡ. Арабыҙға әле генә телмәр тотҡан Мәскәү лекторы килеп ҡушылды. Мәскәүҙә хәлдәр нисек, тип һорауыбыҙға, һеҙҙәгенән күпкә насарыраҡ, тип Горбачевты һүгергә тотондо, уны Хрущев менән сағыштырҙы, ҙур бәләләр яҡты, хатта булдыҡһыҙ, тип атаны. Арабыҙҙа өгөт-нәсихәт һәм ҡотҡо таратыу йәһәтенән (агитация һәм пропаганда, тип аңлағыҙ) уяу кеше лә табылды һәм үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. Мәскәү кешеһе, утҡа кәрәсин һипкән һымаҡ, тоҡанды ла китте.
– Ә һеҙ беләһегеҙме, Рейган әфәнде Горбачевты Рейкьявикта нимә тип әрләгән? “Мистер Горбачев, һеҙгә эшләргә, күп эшләргә, халҡығыҙҙың тормошон яҡшыртырға кәрәк. Әгәр минең һайлаусыларым һеҙҙең халыҡ һымаҡ батҡаҡлы юлдарҙан йәйәүләп йөрөһә, әҙ эш хаҡы алһа, мейестәренә утын яҡһа, һыу ташыһа, үҙенә кәрәкле әйберҙәр һатып ала алмаһа, мине бер ваҡытта ла президент итеп һайламаҫтар ине”, – тип әйткән.
Ошоларҙы ишеткәс, беҙ өнһөҙ ҡалдыҡ. Ҡара әле, АҠШ президенты беҙҙең нисек йәшәгәнде күреп торамы икән? Улай булһа, эштәр харап.
Шул осорҙан 33 йыллап ваҡыт үтте, йыш ҡына сағыштырып ҡарайым, ул йылдарҙа нисек йәшәнек, хәҙер ниндәй үҙгәрештәр бар. Барыбер һығымталар хәҙерге көндәр файҙаһына һымаҡ.
Читайте нас: