+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2020, 15:35

Миңлеғәле Дәүләтбаев ҡайҙарҙа йөрөй икән? Эстрада йондоҙҙары ни өсөн башҡорт егетен күләгәлә тоторға тырыша?

Григорий Лепстың концертында йырсы артында торған саксафонсыға иғтибар итегеҙ. Башҡорт сәхнәһенән йондоҙ булып атылған башҡорт егете ул. Тик шуныһы, йырсылар уны икенсе планда тоторға тырыша. Ни өсөн? Сөнки

Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылын бөтә донъя белер ине, әгәр ошо ауылдан “Йөрәк һүҙе”нең әсәһе Наилә Сәфәрғолова менән саксафонсы Миңлеғәле Дәүләтбаевтың сыҡҡанын белһәләр.
Иң тәүҙә Миңлеғәле Дәүләтбаев хаҡында. Салауат ҡалаһында тыуып, үҫкән егет бала саҡтан йыр-моңға ынтыла һәм ошонда музыка училищеһын тамамлай. “Ҡарауан-һарай”ҙа уны әле лә һағынып һөйләйҙәр. Ҡаҙанға бер гастроль ваҡытында Миңлеғәлене Салауат Фәтхетдинов күреп ҡала һәм ансамбленә эшкә ала.
Ләкин оҫта музыкантҡа Ҡаҙан ғына тар булып күренә. Етмәһә, үҙенә Григорий Лепс иғтибар итә һәм ғаиләһе менән Мәскәүгә алып китә. Григорий Лепстың концертында йырсы артында торған саксафонсыға иғтибар итегеҙ.
Башҡорт сәхнәһенән йондоҙ булып атылған башҡорт егете ул. Тик шуныһы, йырсылар уны икенсе планда тоторға тырыша. Ни өсөн? Сөнки Миңлеғәле шул тиклем оҫта һәм бирелеп уйнай, йырсы онотола, хатта уға иғтибар итеүсе лә юҡ, зал музыкантты алҡыштарға күмә. Ә быны ниндәй йондоҙ күтәрһен инде. Ә үҙен ансамблдән ебәреп булмай, сөнки уның һымаҡ саксафон оҫталары юҡ.
Уңыштар һиңә, Миңлеғәле!
Читайте нас: