-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2020, 19:30

Ниҙағлашмау, әлбиттә, яҡшыраҡ. Әгәр сит-ят кеше менән бәхәскә инергә тура килһә...

Һеҙгә улар менән аралашырға, бергә эшләргә, хатта уртаҡ бизнес менән дә шөғөлләнергә тура килеүе ихтимал. Улар менән эш итеү йәһәтенән ҡайһы бер кәңәштәребеҙ артыҡ булмаҫ.

Башҡортостан ере иркен, тыныс, халҡы ҡунаҡсыл һәм ябай. Электән беҙҙең яҡтарға килеүселәр күп, хәҙер уларҙы һанай башлаһаң, осона сығырлыҡ түгел һымаҡ.
Һеҙгә улар менән аралашырға, бергә эшләргә, хатта уртаҡ бизнес менән дә шөғөлләнергә тура килеүе ихтимал. Улар менән эш итеү йәһәтенән ҡайһы бер кәңәштәребеҙ артыҡ булмаҫ. Шуны белегеҙ, элекке союздаш республикаларҙан, Ҡаф тау төбәгенән килеүселәр күп, төрлө эштәр улар араһында аҙмы-күпме бүленгән. Мәҫәлән, үзбәктәр һәм молдовандар төҙөлөш, төҙөкләндереү, биҙәү эштәренә оҫта. Әзербайжандар еләк-емеш ташыу-һатыу, сауҙа өлкәһендә нығынған. Әрмәндәр өсөн таш, төҙөлөш эштәре яҡыныраҡ. Грузиндар тимер эшенә маһир булһа, дағстандар ҡиммәтле металдар баҙарында күп. Улар һәр ваҡыт бергә, берҙәм һәм төп маҡсаттары – килем алыу. Сөнки улар тыуған төбәктә эш юҡ, ә ғаиләләрен ҡарарға аҡса кәрәк.
Беҙ ошонда йәшәйбеҙ һәм байтаҡ мәсьәләләрҙә улар менән берлектә эшләргә тура килә. Шундай ваҡытта ваҡ-төйәк бәхәстәр, хатта низағтар килеп сығыуы бик ихтимал. Улар араһында юҡ ҡына мәсьәләне тауыш күтәреп, ҡысҡырып хәл итергә теләүсе табылыуы бар. Һеҙҙең бурыс – тыныс, ипле һәм ышаныслы ҡиәфәттә уларға йөкмәтелгәнде тормошҡа ашырыу. Етмәһә, улар менән беҙ күпселек урыҫ телендә аңлашабыҙ, ә улар был телде бик насар белә, тимәк, уртаҡ фекергә килеү өсөн ауырлыҡтар тыуыуы мөмкин. Беҙҙең халыҡ йыш ҡына дәлилдәрҙе көсәйтеү өсөн гәзиткә яҙмай торған һүҙҙәр ҡулланыусан. Әгәр ул һүҙҙәр ата-әсәйгә ҡағыла икән, һеҙ үҙегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Сөнки ҡайһы бер халыҡтар өсөн атай, әсәй – иң изге төшөнсәләр. Шуға дәғүәгеҙҙе еткерергә теләгәндә һүҙҙәрегеҙҙе һөҙөп һөйләгеҙ.
Ә былай үҙегеҙҙе айныҡ, көслө, ышаныслы һәм хужа итеп тотоғоҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шулай булған. Уңған, егәрле, һәр ваҡыт айныҡ хужаны ғына хөрмәт итәләр һәм һүҙҙәренә ҡолаҡ һалалар.
Читайте нас: