Һирәк ҡайтыла, ваҡыт яғы ла хәҙер тар, юлдар ҙа алыҫлашты, әсәй ҙә көтөп тормай.
Ҡайтҡан һайын атай-әсәйҙе, инәй-бабайҙарҙы иҫкә төшөрмәй ҡалған юҡ. Бер яҙғайным, шикелле, әсәйем, көтөү көт, Ғүмәр һымаҡ шағир булырһың, тигәйне. Рәжәп бабай, көтөүсе булып бар, һин бит китап уҡырға яратаһың, тип кәңәш биргәйне. Бәләкәй саҡта апайым әкиәт китаптары күп уҡый торғайны. Аҙаҡ, Пушкиндың нәнәйе һымаҡ итеп тоям үҙемде, бәлки берәйһе яҙыусы булып китер, тиеүен хәтергә төшөрҙө. Үҙегеҙ беләһегеҙ, минән көтөүсе сыҡманы.
Хеҙмәт кенәгәмдең иң тәүге юлы итеп 1972 йылда июнь, июль, август айҙарында көтөүсе булып эшләне, тип яҙылһа ла.
Ә китап – уҡыным, бер уҡып бөтһәм, яңынан тотона торғайным. Хәҙер шул әҫәрҙәр иҫкә төшә. Бәлки әҫәрҙәремә лә инеп китәлер. Үҙемде ҡабатлау шунан түгелме икән?