+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2020, 17:30

Төндәлектәр. Һеҙҙең ауылда нисек, ә беҙҙең ауылда – бына шулай! Ауылдаштарым менән ғорурланыуымды йәшермәйем.

Гәзиттә эшләгәндә Радик Байназаровты, ошо хаҡта яҙ әле, тип ауылға ебәргәйнем, ауылдаштар баш тартҡан. Ни өсөн, беләһегеҙме?

Хәҙер онотҡанмын, ҡайҙалыр командировкаға барғанда Салауат ҡалаһынан килгән бер ағай менән танышырға насип булды. Үҙе Миәкәнән икән, хаҡлы ялда, минең Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан икәнлегемде белгәс: “Ә-ә-ә, һеҙ иң тәмле ҡаймаҡ һәм эремсек һатҡан иң матур ҡатындар һәм килендәр ауылынан икәнһегеҙ”, – тине. Ауылға ҡайтҡанда ошо хаҡта һөйләгәс, ағайҙың ҡиәфәтен һүрәтләгәс, таныныҡ, тип ҡыуандылар еңгәләр.
Гәзиттә эшләгәндә Радик Байназаровты, ошо хаҡта яҙ әле, тип ауылға ебәргәйнем, ауылдаштар баш тартҡан. Ни өсөн, беләһегеҙме? Конкуренттары артыуҙан ҡурҡҡандар.
Хәҙер ауылда баҙар талаптарын уҡып ҡына түгел, үҙ тәжрибәләренән сығып та өйрәнәләр. Шуға мин уларҙың серен асып тормайым. Бер мәсьәләгә генә иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм. Һөт ризыҡтары һатыусы матур һәм яғымлы, һауыт-һабаһы таҙа, үҙе егәрле булырға тейеш.
Шуға күрә Ҡабыҡҡыуыш ҡаймағын һәр ваҡыт яратып һатып алалар.
Читайте нас: