-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2020, 16:30

Төндәлектәр. Үгеҙле, тимәк, һөтлө, итле, ҡаймаҡлы, быҙаулы.

Үгеҙ булмаһа, ауыл да бөтөрмө икән?

Ҡайтҡан һайын ауылдаштарҙың етеш йәшәүенә ҡыуанам. Тештәрен ыржайтып килгән капитализм дәүерендә лә баҙарҙа үҙ урындарын табып, ҡала халҡы көткән аҙыҡ-түлек етештереп, донъяларын бөтәйтеп, мандып киттеләр. Күптәр 10-15 һыйыр тота. Аҙна һайын 3-4 тапҡыр Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына барып, ҡаймаҡ, эремсек һәм башҡа аҙыҡ-түлек һаталар.
Һәр иртә менән ауылда өс көтөү яландарға сыға. Өс көтөүҙә өс үгеҙ бар. Ә бына күрше ауылда, беҙҙекенән ҙурыраҡ булһа ла, көтөү берәү генә. Сәбәбе лә, баяғы, үгеҙ юҡ икән. Тимәк, бөгөн ауылдың муллығын, байлығын, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, үгеҙ билдәләй, булып сыға.
Үгеҙ мәсьәләһе бөгөн, бәлки, ауылдың яҙмышын хәл итеүсе төп талап уҡ түгелдер. Һәр хәлдә, уның юҡлығы тиҫкәре йоғонто яһауына шигем юҡ.
Ҡыҙыҡ, был мәсьәлә ауылдарҙа хәҙер нисек хәл ителә икән?
Читайте нас: