+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2020, 15:30

Төндәлектәр. Иң абруйлы һөнәр булған икән. Үгеҙле ауыл, тимәк, имен ауылмы икән?

Аҙна һайын Фәррәх абзый, ферма мөдире, беҙгә бер тоҡ он тоттора. “Джон”ға бирегеҙ”, – ти.

Беҙҙең ауыл ҙур, ул осор колхоз бай, ә көтөүсе һөнәре иң абруйлыларҙан иҫәпләнде. Һарыҡ көттөм, хәҙер иҫкә төшөрөүе лә оят, бер йыл моряк Фәнил менән, тәүбә, әстәғәфирулла, тәүбә, сусҡа көттөк. 9-сы класты бөткәндә Ринат менән икебеҙгә йәй башынан һыйыр көтөүен ышанып тапшырҙылар. Ринат класташым хәҙер ябай кеше түгел, Ринат Гәрәйша улы – урындағы хакимиәт башлығы. Ҡыҫҡаһы, икебеҙ ҙә урындағы кешеләрҙең малайҙары, көтөү беҙгә блат буйынса эләкте.
Аҙна һайын Фәррәх абзый, ферма мөдире, беҙгә бер тоҡ он тоттора. “Джон”ға бирегеҙ”, – ти. “Джон” тигәнем – ошо көтөүҙең хужаһы, йәғни, нәҫел үгеҙе. Уның эше күп, хәтерем алдамаһа, 300-ҙән ашыу һыйыр, етмәһә, таналарын етәкләп, ауылдан да, күрше сыуаш ауылдарынан да киләләр ҙә төшәләр. Ә “Джон” эшен белә. Беҙҙең бурыс – тана төшкән саҡта үгеҙҙең моронондағы ялтыр ҡулсанан тотоп, көтөүҙән сығарыу һәм тана менән таныштырыу.
Йәшермәйем, тәүге осор уңайһыҙ ине, етмәһә, апаларына, еңгәләренә эйәреп ҡунаҡ ҡыҙҙары килә. Әллә беҙгә, әллә үгеҙгә ҡарайҙар. Ә мин уларҙың күҙ алдында хәҙерге “Land Сruiser”-ҙан саҡ ҡына бәләкәйерәк, ялт итеп торған үгеҙҙе һыйырҙар араһынан һөйрәп алам да, ситтәрәк кәртәгә бәйләп ҡуйылған танаға ҡарап ыңғайлайым.
Бындай эштең әжере лә бар. Хаҡы электән билдәле икән, шул инде, бер ярты. Үҙебеҙ алмайбыҙ, вагонға кертеп, көтөүсе сумкаһына тығып китәләр. Ә ауылда беҙҙе Рәжәп бабай менән Гәрәйша абзый һәм, бушаһа, Рәшит абзый көтөп йөрөй.
Үгеҙ мәшәҡәттәрен нисек йырып сыҡҡандыр, белмәйем. Сөнки уға он бик аҙ эләгә торғайны, беҙҙең аттарҙан артманы. Ә бына ошо үгеҙҙең көтөүҙе генә түгел, ә ауылды ла тотоп тороуын һуңыраҡ ҡына төшөндөм.
Читайте нас: