+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2020, 17:21

Башҡортостан VI Халыҡ-ара Фольклориаданы ҡабул итергә әҙерләнә. Һағынып һөйләрлек байрам буласаҡ.

Фольклориадаға әҙерлек планға ярашлы алып барыла, бөгөнгә уның төп сараларының программаһы әҙер. Ул 2020 йылдың 18 июленән 1 августҡа тиклем барасаҡ. Төп саралар урыны итеп республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфө тәғәйенләнгән.

Ә Өфөлә әҙерлек эштәре нисек ҡуйылған һуң? Программаға ярашлы, Фольклориадала “Башҡортостан” дәүләт концерт залынан “Ватан” этнопаркына тиклем милли кейемдәр парады ойоштороласаҡ. Парад үткән юлда төҙөкләндереү, биҙәү эштәре ҡаралған.
Әлегә әҙерлек эштәренең план проекты әҙер, күп сараларҙы ойоштороусылар сер итеп тота. Бында донъя халыҡтары фольклоры, Рәсәй халыҡтарының ауыҙ-тел ижады һәм башҡа асыштар булыуы бик ихтимал.
Читайте нас: