+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2020, 16:30

Төндәлектәр. Бер ҡулымда сумаҙан, икенсеһендә – гитара. Йә үҙең, йә гитараң.

Шул арала 10-сы класты тамамланым, тырыша торғас, Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инеп киттем. Бер ҡулымда – сумаҙан, икенсеһендә гитара ине. Гитараһыҙ ниндәй студент булһын инде. Уҡып бөтөүебеҙгә 40 йыллап ваҡыт үтте, әле булһа мине шул гитара менән хәтерләйҙәр. Сөнки төндәрен 2-3 тапҡыр ишек шаҡып...

Шул арала 10-сы класты тамамланым, тырыша торғас, Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инеп киттем. Бер ҡулымда – сумаҙан, икенсеһендә гитара ине. Гитараһыҙ ниндәй студент булһын инде. Уҡып бөтөүебеҙгә 40 йыллап ваҡыт үтте, әле булһа мине шул гитара менән хәтерләйҙәр. Сөнки төндәрен 2-3 тапҡыр ишек шаҡып...
...Гитара һорап килә торғайнылар. Бүлмәләш егеттәр былай тине: “Йә гитараңды юҡ ит, йә бүлмәнән сығып кит”, – тинеләр. Мин гитараны ауылға алып ҡайттым. Ләкин уны һорап килеүселәр кәмемәне, киреһенсә, артты ғына. Әле лә ҡапылда ишек шаҡыһалар, гитара һорап килделәрме икән, тип уйлап, ҡурҡып китәм.
Икенсе йылына стройотряд командиры Салауат Юлыев тигән өлкән курс студенты миңә, гитараңды алып кил, тине. Ҡаланан беҙгә дүрт малайҙы тәрбиәләргә биреп ебәргәйнеләр. Дүртеһе лә гитарала уйнай, йырлайҙар, эсәләр, тәмәке тарталар, шулар мине уйнарға өйрәтергә булды. Иң тәүҙә һүҙҙәрен ятлап алам, аҙаҡ улар ыңғайына уйнап ҡарайым, юҡ, килеп сыҡмай.
Аҙаҡ командир үҙе тотондо. Салауат ағай гармунда ла, гитарала ла шәп уйнай ине. “Ай, былбылым, вай, былбылым, / Ағиҙелдә таң ата”, – тип байтаҡ йырлаштыҡ, һөҙөмтәһе булманы. Командир тағы бер-ике тапҡыр үҙ аллы шөғөлләнеп ҡарағандан һуң: “Ә, һиндә моң юҡ бит”, – тине.
Тик шунда ғына үҙемдең моңһоҙ икәнлегемә төшөндөм. Ә күңелдәге моң ҡайҙан килгән һуң? Үҙем йыр-моң яратам, яратҡан йырсыларым бар, шуларға һоҡланам. Ә күңелдә йыр-моңға, сәхнәгә ынтылыш бар. Уны бер нисек тә бөтөрөп булмай. Нимә эшләргә ҡала һуң? Буйың етмәҫтәйгә үрелмәҫкә кәрәк. Шуға төшөндөм, ҡулыңдан килгән эш менән шөғөллән. Аҙаҡ аңланым, ошо фекерем дөрөҫ булған. Сөнки сәхнәһенә лә сыҡтым, баш әйләндерерлек алҡыштарын да ишеттем, маҡтауҙарына ла лайыҡ булдым.
Былары мине киләсәктә көтөр, әлегә мин гитарамды ҡосаҡлап, ауылға ҡайтып барам...
Читайте нас: