Беҙҙең яҡҡа транспорт бик насар йөрөй. 1976 йыл – беҙ геүләтеп коммунизм төҙөгән осор. Стәрлебаштың Федоровкаға бара торған осонда 2-3 сәғәт ултырғанбыҙҙыр. Стройотрядтан ҡайтып киләм, асыҡтырҙы, төшөп, ашханала ашап килергә булдыҡ. Беҙҙең ауыл малайҙары, гитарала уйнарға өйрәнеп, юлда ҡалды.
Тамаҡ ялғап менеүебеҙгә, теге малайҙар йүгерешеп килә, үҙҙәре илай. Ана, ана, гитараңды Стәрлебаш малайҙары тартып алды, тип илаша.
Мин йүгереп, милицияға төштөм. Атайҙың дуҫы, Хәмит Ибрагимович, начальник булып эшләй ине. Шул бер милиционерға табырға ҡушты, ул арала булмай машина килеп сыҡты, мин ҡайтып киттем.
2-3 көндән уҡый башланыҡ, гитара онотолманы, мине эҙләп гитара һорап йөрөүселәр уҡып бөтмәгәйне әле.
Бер ялды өйгә ҡайтһам, әсәйем: “Хәмит ағайың шылтыратты, килеп, ғариза яҙып, гитараһын алып китһен, тип әйтә”, – тине. Шылтыраттым. Начальник нимә әйтә инде? “Гитараңды килеп ал, теге малайҙар өҫтөнә ғариза яҙ. Утын әҙерләргә кеше кәрәк, уларға беҙ ун бишәр суткы бирәбеҙ”, – тине.
Мин телһеҙ ҡалдым. Гитараны, мин белмәгән малайҙарҙы, хатта аҙна һайын Стәрлебаш аша ҡайтыу ихтыяжын да уйлап өлгөрҙөм. Ҡыҫҡаһы, гитара шунда юғалды, ғариза яҙылманы һәм күпмелер утын әҙерләнмәй ҡалды.
Ә сәхнәгә мин барыбер сыҡтым. Музыкант, йә әртис һымаҡ сәхнә артынан түгел, алдан, йәғни, тамаша залынан, сыҡтым. Байтаҡ пьеса яҙҙым, әллә күпме премьера булды, шуларҙы ҡарарға йыйылған халыҡ, әллә ысынлап оҡшатты, мине алҡыштарға күмеп сәхнәгә саҡырып сығарҙы. Үҙемсә шул алҡыштарҙы аванс сифатында ҡабул иттем. Беҙҙең халыҡ киң күңелле, ихлас һәм йомарт, улар дәртләндерә белә. Әле булһа тамашасыларым алдында үҙемде бурыслы тоям. Улар шулай дәртләндермәһә, мин, бәлки, ижад та итмәгән булыр инем.
– Рәхмәт һеҙгә, тамашасыларым!