-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2020, 15:30

Төндәлектәр. Көтөүсе һинән сыҡмаҫ ул! Һин гармунда уйнарға өйрән.

Ғүмер баҡый һөнәре булғандарға һоҡланып ҡараным. Минебулат бабай заманында Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһында Бәхти Ғайсин менән бергә уҡыған. Дөрөҫтөр, концерт менән килһәләр, Фәриҙә Ҡудашева менән икәү Минебулат бабайға ғына төшә торғайнылар. Һуғыштан һуң бабайым уҡыуын ташлап ҡайтҡан һәм Гөлзаһира инәйемә өйләнгән. Һигеҙ бала үҫтерҙеләр. Әгәр уҡып йөрөһә, шәп гармунсы сығыр ине. Ләкин балаларҙы күпләп үҫтерә алмаҫ ине. Өйөндә ҡәҙерләп кенә тотҡан 4-5 гармуны бар. Ә мин уйнарға өйрәнергә теләйем. Береһен миңә һатырға булды, 50 һумға.

Гармунды Рәфит абзыйым менән алмашлап байтаҡ ҡосаҡлап йөрөнөк. Беҙгә Фәнил дә килеп ҡушыла. Анһат эш түгел икән. Алмашлап гармунды тызылдата торғас өйҙәгеләрҙең асыуын килтереп келәткә ҡыуылып сыға торғайныҡ. Фәнил оҫтарҙы, абзыйым да бейетергә өйрәнде. Тик минән генә бер фәтеүә лә сыҡманы. Төрлөсә ҡыйландырып ҡараным, юҡ, булмай.
Йыл самаһы йонсоғандан һуң мин гармундан баш тарттым. Хәҙер шуны уйлайым, дөрөҫ эшләгәнмен икән. Ә күңелдә ниндәйҙер моң ята, шуны ишетке килә. Ниңә, гармундан башҡа инструменттар ҙа бар бит әле.
Читайте нас: