Быйылғы шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү миҙгеле тамамланыу менән Мәләүез шәкәр заводының хужаһы “Продимекс” компанияһы предприятиеның ябылыуы тураһында хәбәр итте. Шулай итеп, бер күрһәтмә менән 460 кеше урамда тороп ҡалды.
Әле Башҡортостан Хөкүмәте 1960 йылдан бирле эшләгән заводты һәм уның коллективын нисек һаҡлап ҡалыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара. Уның ябылыуы – баҙар ҡанундары һөҙөмтәһе, ти эксперттар. Республика хужалыҡтары, мулыраҡ табыш алыу маҡсатында, шәкәр сөгөлдөрө етештереүҙе арттырҙы, бөтә ил буйынса келәттәрҙә йөҙҙәрсә мең тонна шәкәр йыйылды. Уның баҙар хаҡы 22 һумға тиклем төштө.
Белгестәр билдәләүенсә, Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары республика ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Хатта, Рәсәй баҙарына, сит илдәргә сығарырға етә. Бынан бер нисә йыл элек, яңыртыу һылтауы менән, Ҡарламан шәкәр заводын япҡайнылар. Хәҙер шул билдәле, был завод бер ҡасан да эшләмәйәсәк. Шуға күрә киләсәктә Башҡортостанда шәкәр эшкәртеү менән ике генә завод эшләһә лә ғәжәпләнергә түгел.