+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2020, 18:37

Бөйөк Еңеүҙе иң тәүҙә беҙ үҙебеҙ һаҡларға тейеш. Айҙар Хәлим башҡорт атлы дивизияһында һуғышҡанмы?

Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының фашистик Германияны еңеүе күпселек ватандаштарыбыҙҙа йылы тойғолар уята һәм шик тыуҙырмай. Хәҙер фашистарҙы юҡҡа еңгәнбеҙ, улар һымаҡ йәшәр инек, сифатлы һыра эсер инек, тигән һаташыуҙар ишетелмәй, тип әйтерлек.

Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының фашистик Германияны еңеүе күпселек ватандаштарыбыҙҙа йылы тойғолар уята һәм шик тыуҙырмай. Хәҙер фашистарҙы юҡҡа еңгәнбеҙ, улар һымаҡ йәшәр инек, сифатлы һыра эсер инек, тигән һаташыуҙар ишетелмәй, тип әйтерлек.
Шулай ҙа, үкенескә ҡаршы, беҙҙең Еңеүебеҙҙе кәмһетергә, азатлыҡ һәм һүҙ ирке саҡырыуҙарына ышыҡланып, уртаҡ ҡаҙанышыбыҙҙы, миллиондарса ҡорбандарҙы рәнйетергә тырышыу бәғзе бер әҙиптәрҙең сирле фантазияһында һирәкләп булһа ла осраштырғылап тора.
Үҙенең низағтары һәм һыйышһыҙлығы менән яманатлы дан алған Айҙар Хәлим тигән яҡташыбыҙ бынан бер нисә йыл элек дәүләт органы булған “Ватаным – Татарстан” гәзитендә, мин шуға аптырайым, 80 проценттан ашыу татарҙан торған 112-се дивизия “Башҡорт кавалерия дивизияһы” тип атала, тигән уйҙырмалар таратҡайны. Быны ишеткәндәр, Айҙар Хәлим үҙе һуғышта булғандыр, ҡан ҡойғандыр, шул арала окоптан-окопҡа шыуышып, яугирҙарҙың паспорттарын тикшереп сыҡҡандыр, тип ышанып ҡуйыуы ла бар. Һаташыу өсөн күп кәрәкмәй шул, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда “әҙип”кә иң күбе 2-3 йәш булған. Һуғышта ҡатнашмаған, ҡан ҡоймаған, яраланмаған, паспорттар һанап йөрөмәгән. Бындай оятһыҙлыҡты мәрхүмдәрҙең рухын рәнйетеү, уларҙың иҫтәлеген бҡҡа сығарыу, тип кенә баһаларға мөмкин.
Ә ысынында шул билдәле, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тулыһынса, тип әйтерлек, тик башҡорттарҙан ғына төҙөлгән һәм уларҙың 80 проценты ҡанлы һуғыштарҙа һәләк булған һәм ҡаты яраланған.
Яугирҙарҙың исемлеге һәм уларҙың ҡайһы райондарҙан саҡырылыуы билдәле.
Фото Азамат Мортаевтың интернеттағы сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: