“Демография” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Социаль страховкалау фонды электрон сертификаттар ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙарҙы төрлө кабинеттарҙы эҙләп йөрөүҙән ҡотҡара.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, сертификат электрон форматта буласаҡ һәм был мәшәҡәттән ҡатын-ҡыҙҙы тулыһынса ҡотҡарасаҡ. Әсәй кеше иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тейешле тармаҡтарға еткереп торасаҡ. Ә бала тыуғандан һуң балалар поликлиникаһы сабыйҙы билдәле ваҡытҡа иҫәпкә ҡуясаҡ.
Белгестәр раҫлауынса бала табыу буйынса электрон сертификат һанлаштырыу ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон еңелләштереүгә йүнәлтелгән.
Ошо тәжрибә быйыл Рәсәйҙең 8 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, һынау үтәсәк һәм артабан барлыҡ Рәсәйҙә тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай итеп, “Һанлы иҡтисад” милли проекты ғаиләләрҙең тормошон тағы ла еңеләйтәсәк.