+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2020, 13:15

Уҡыусыларҙың тупаҫлығы өсөн ата-әсәләре яуап бирсәк. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең бөтә Рәсәй профсоюзы Дәүләт думаһына уҡытыусыларҙы яҡларлыҡ закон проекты тәҡдим итте.

Яңы закон ҡабул ителерме, юҡмы, әлегә билдәһеҙ, ләкин шуныһы асыҡ, эш шуға барып етте, мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙы уҡыусыларҙан яҡларлыҡ ҡануниәт кәрәк. Социологтар әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың 70 проценты самаһы ата-әсәләр, уҡыусылар һәм хеҙмәттәштәре яғынан эҙәрлекләүгә, тупаҫлыҡҡа, хатта янауға дусар ителгән. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзында раҫлауҙарынса уҡыусыларҙың тупаҫлығын ата-әсәләренә аҡсалата штраф һалып ҡына еңергә мөмкин. Мәҫәлән, уҡыусы уҡытыусыны мәсхәрәләһә, ата-әсәһе...

Яңы закон ҡабул ителерме, юҡмы, әлегә билдәһеҙ, ләкин шуныһы асыҡ, эш шуға барып етте, мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙы уҡыусыларҙан яҡларлыҡ ҡануниәт кәрәк. Социологтар әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың 70 проценты самаһы ата-әсәләр, уҡыусылар һәм хеҙмәттәштәре яғынан эҙәрлекләүгә, тупаҫлыҡҡа, хатта янауға дусар ителгән. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзында раҫлауҙарынса уҡыусыларҙың тупаҫлығын ата-әсәләренә аҡсалата штраф һалып ҡына еңергә мөмкин. Мәҫәлән, уҡыусы уҡытыусыны мәсхәрәләһә, ата-әсәһе 500 һумдан 3000 һумға тиклем штраф түләргә тейеш. Ә инде ҡул күтәрһә, штрафтың 5000 һумға етеүе ихтимал. Шулай уҡ “Мәғариф тураһында” федераль законға ла һәм “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡындағы” кодексҡа ла үҙгәрештәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, вазифалы кеше тарафынан уҡытыусыны кәмһетеү 100-150 мең һум штраф менән ҡапланырға тейеш.
Социологтар уҡыусыларҙың тупаҫлығын үҙҙәрен раҫларға тырышыуы һәм закондың камил булмауы менән аңлата. Етмәһә, дәүләт аҙ эш хаҡы түләп, педагог профессияһының абруйын да шаҡтай түбән төшөрҙө.
Читайте нас: