Шулай итеп, РФ Конституцияһына үҙгәрештәр индереү көнө билдәле, был датаны Президент Владимир Путин да хуплаған. Өҫтәүенә, 22 апрелдә ял көнө һымаҡ түләнәсәк. Әгәр халыҡ хуплаған осраҡта, төҙәтмәләр шунда уҡ үҙ көсөнә инәсәк. Һөҙөмтәләр биш көн эсендә иғлан ителәсәк.
Тауыш биргәндә күп функциялы үҙәктәр, “Дәүләт хеҙмәте” сервисы ярҙамында, ситтән тороп электрон тауыш биреү мөмкинлеге бар.
Бынан тыш Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса эшсе төркөм был көндөң календарҙа айырым урын алып тороуы хаҡында беләлер. Сөнки 22 апрель – В.И. Лениндың тыуған көнө. Барлыҡ прогрессив кешелек уның 140 йыллығын тантаналы билдәләйәсәк. Сәйәсмәндәр әйтеүенсә, юлбашсының тыуған көнө, төп законға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү гражданлыҡ йәмғиәтенең килешеп йәшәүенә, тыныслыҡҡа ыңғай бер ишара булыр ине, тип тә баһалай.