+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 19:21

Әгәр эсеүҙе ташлаһағыҙ, был изге һәм тәүәккәл аҙымға һеҙҙең организм нисек яуап бирәсәк? Һирәк-мирәк стаканға тотоноусыларға уҡыу мотлаҡ түгел, сөнки файҙаһы юҡ.

Эскелеккә ҡаршы материалдар бик күп, ләкин уларҙың ҡайһы берәүҙәре эскән кешене ҡурҡытыуға ҡоролған. Ә ҡурҡыу-ҡурҡытыу яҡшылыҡҡа алып бармай.Мәҫәлән, немец ғалимдары ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла эсеүҙән ваз кисеп тороу организм өсөн бик файҙалы, тип раҫлай. Беҙҙең әле яҙғандарыбыҙ урыҡ-һурыҡ, һирәк-мирәк эскәндәргә ҡағылмай, сөнки алкоголде һирәк һәм аҙ күләмдәрҙә ҡуланыу мөмкин, тип иҫәпләй табиптар.

Эскелеккә ҡаршы материалдар бик күп, ләкин уларҙың ҡайһы берәүҙәре эскән кешене ҡурҡытыуға ҡоролған. Ә ҡурҡыу-ҡурҡытыу яҡшылыҡҡа алып бармай.
Мәҫәлән, немец ғалимдары ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла эсеүҙән ваз кисеп тороу организм өсөн бик файҙалы, тип раҫлай. Беҙҙең әле яҙғандарыбыҙ урыҡ-һурыҡ, һирәк-мирәк эскәндәргә ҡағылмай, сөнки алкоголде һирәк һәм аҙ күләмдәрҙә ҡуланыу мөмкин, тип иҫәпләй табиптар.
Ярай, көн һайын эсә инегеҙ, хәҙер спиртлы эсемлектәрҙән тулыһынса баш тарттығыҙ. Бер-ике аҙна эсендә ыңғай һөҙөмтәләр үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ. Иң тәүҙә тыныс һәм һәйбәт йоҡлай башлауығыҙға иғтибар итегеҙ. Һеҙҙең эшкә һәләтлегегеҙ күтәрелә, бауырҙың функциялары яҡшыра. Иң мөһиме, һеҙ эсеүҙән башҡа ла тормоштоң яҡшы булыуына иғтибар итерһегеҙ. Спиртлы эсемлектәрҙән ваз кисеү өсөн иң тәүҙә ихтыяр көсө кәрәк. Күберәк кешеләр, яҡындарығыҙ менән аралашығыҙ, бәлки спорт менән шөғөлләнеп ҡарарһығыҙ. Әгәр яңғыҙ икәнһегеҙ, үҙегеҙгә иш табығыҙ.
Бер айҙан һуң һеҙҙең башығыҙҙың ауыртыуы бөтәсәк. Ҡан баҫымы байтаҡҡа түбәнәйәсәк. Иғтибар итәһегеҙме, һеҙ хәҙер эшкә ҙур теләк менән йөрөйһөгөҙ, тиҙ генә арымайһығыҙ, атлап йөрөүе еңелерәк, таныштарығыҙ, үҙгәргәнһең, йәшәреп киткәнһең, тип һоҡланасаҡ. Кәүҙә ауырлығы кәмейәсәк, аш һеңдереү ҙә яҡшырасаҡ. Иғтибарлабыраҡ ҡарағыҙ әле, эргәгеҙҙә генә тормош геүләп тора, ә һеҙ, эсеп йөрөп, шуны күрмәйһегеҙ һәм тоймайһығыҙ.
Йомғаҡлау урынына бәләкәй генә бер көләмәс.
Күренекле прозаигыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Булат Рафиҡов студент сағында башҡортса матбуғат баҫмаларын һаҡлап ҡалыу өсөн студенттарҙы ойоштороп йөрөгәне өсөн бик ҡаты эҙәрлекләүҙәргә дусар була. Шул осор, үҙе әйтеүенсә, “егетләнеп” йөрөгә лә тура килә. Ләкин Булат ағай үҙендә көс таба, ғүмеренең һуңғы утыҙ йылын аҙағына тиклем “шешәбикә” ҡоллоғонан азат булып йәшәне һәм әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы булырлыҡ әҫәрҙәр ижад итте.
Ғүмеренең шул осорон яратҡан яҙыусыбыҙ һағынып, юҡһынып һөйләй торғайны: “Туҡһанынсы йылдарҙа бер танышым һирәк-мирәк эшемә килеп, бер эсерлек аҡса алып китә. Һуңғы килгәнендә миңә былай ти: “Булат, теге ваҡыт коммунизм булған икән. Беҙ, һинең менән эсеп йөрөп, белмәй ҡалғанбыҙ”.
Тормош матур, уның матурлығынан үҙегеҙҙе мәхрүм итмәгеҙ.
Читайте нас: