+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 17:28

Күптәр белмәйҙер әле, Рәсәйгә элекке совет республикаларының бурысын да түләргә тура килә. Ә бурыс бик ҙур иҫәпләнә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин СССР тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән иҡтисади хәл менән таныштырҙы. Күпселек республикаларҙың бурысты ҡайтарырға түгел, осон-осҡа ялғарға аҡсалары юҡ. Ә кредиторҙар бурыстарҙы ҡайтарыуҙы талап итә. Шул ваҡыт Рәсәй үҙенә СССР-ҙың хоҡуҡтарын ҡабул итеүсе тип таный һәм совет республикаларының бурыстарын түләргә ризалыҡ бирә. Ә бурыс һис тә аҙ түгел – 1991 йылдың аҙағына 96,6 миллиард доллар тәшкил итә.

Рәсәй 2017 йылдың йәйендә республикаларҙың бурыстарын тулыһынса түләп бөтөүе хаҡында белдерә.
Владимир Путин хәтерләүенсә, бурыс ҡайтарыу Рәсәй өсөн һис тә еңел булмай. Мәҫәлән, Украина өсөн генә 16 миллиард доллар түләргә тура килә. Бурыстарҙы ҡайтарған өсөн совет республикалары сит илдәрҙәге мөлкәте иҫәбенә үҙҙәренең өлөшөнән Рәсәй файҙаһына баш тартырға тейеш була. Был мөлкәт иҫәбенә, мәҫәлән, сит илдәрҙәге илселектәр, сауҙа вәкиллектәре, техник үҙәктәр һәм башҡалар ҡарай. Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәй үҙенең һүҙендә тора, бурыстарҙы ҡайтара, ә ҡайһы бер республикалар Рәсәй иҫәбенә үҙҙәренең мөлкәтенән баш тартыу хаҡында онота.
Читайте нас: