+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 11:01

Төндәлектәр. Еңеү көнө билдәле, әллә һуғыш һаман бөтмәнеме икән? Немец балалары ата-бабаларының Рәсәйҙә кешеләрҙе нисек ҡырыуҙарын онотмағанмы? (хис-тойғоһо көслө, нескә күңеллеләргә уҡыу мотлаҡ түгел)

Бер нисә йыл элек рус яҙыусыһы Даниил Граниндың Германия Бундестагында фашистарҙың ҡылған этлектәре, Ленинград блокадаһында интегеүселәрҙең нисек асҡа үлеүе хаҡында һөйләүен телевизорҙан тыңларға насип булғайны. Үҙҙәрен мәҙәниәтле һәм нескә күңелле тип иҫәпләгән немецтар ҡарт яҙыусыны күҙ йәштәре аша тыңланылар. Хатта Ангела Меркель күҙҙәрен һөртөп ултырҙы.

Бер нисә йыл элек рус яҙыусыһы Даниил Граниндың Германия Бундестагында фашистарҙың ҡылған этлектәре, Ленинград блокадаһында интегеүселәрҙең нисек асҡа үлеүе хаҡында һөйләүен телевизорҙан тыңларға насип булғайны. Үҙҙәрен мәҙәниәтле һәм нескә күңелле тип иҫәпләгән немецтар ҡарт яҙыусыны күҙ йәштәре аша тыңланылар. Хатта Ангела Меркель күҙҙәрен һөртөп ултырҙы.
...Бер әсә Ленинградта ике бала менән тороп ҡала. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бик насарланғас, әсә кеше нимә эшләй? Ике балаһының береһен генә ашата. Аҙыҡтан мәхрүм ителгәне оҙаҡламай үлә, әсә үлгән баланы ваҡ-ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләп, иҫән ҡалғанына ашатып бөтә һәм әсә менән бала икеһе лә иҫән ҡала.
Әйткәндәй, рус яҙыусыһын илай-илай тыңлаған Германия канцлеры Ангела Меркель нимә эшләне инде? Бундестагта сығыш яһағандан һуң күп тә үтмәне, Рәсәй Ҡырымды бер атыуһыҙ кире ҡайтарҙы, Евросоюз илдәре беҙгә ҡарата санкциялар иғлан итте, бер нисә тапҡыр оҙонайтты, хатта береһе 22 июнгә тура килде, улар әле лә дауам итә. Ә санкцияларҙы Ангела Меркель башлап йөрөнө, фрау әле лә Рәсәйгә ҡарата санкциялар яҡлы.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша. Кемдәр нисек уйлайҙыр, минең өсөн Еңеү көнө – шартлы төшөнсә. Сөнки Германия Бундестагында еңелгән, ҡыйратылған, тар-мар ителеү мәсхәрәһен кисергән фашистарҙың улдары-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре ултыра. Даниил Гранинды тыңлағандан һуң, аҙаҡ санкциялар иғлан иткәс, улар ҡәнәғәтләнеү һәм тантана тойғоһо кисермәнеме икән?
Беҙгә ҡалһа, дәүләт башлыҡтары Рәсәй халҡын һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе төҙәтеү, аҙаҡ – коммунизм төҙөү, оборонаны нығытыу, үҙгәртеп ҡороу һымаҡ туҙға яҙмаған ғәмәлдәр менән мәңге бөтмәҫ һынауҙарға дусар итте. Уның ауырлыҡтарын беҙ һаман да кисерәбеҙ. Ана, миллиард һумдар урлаған тағы бер полковникты фашланылар, уныһы ғаиләһе менән Франциялағы ҡәлғәһенә ҡасып киткән.
Санкцияларҙың маҡсаты шул – халыҡты, йәнәһе, михнәттәргә, ауыр тормошҡа дусар итеп, властҡа ҡаршы күтәреү, идара итеүгә башҡа, Көнбайыш өсөн уңайлы көстәрҙе килтереү. Ә беҙ инде ундай ғына санкцияларҙы күргән бар. Халыҡ һәр һынауҙан көслөрәк һәм ҡеүәтлерәк булып сыға бара.
Иғтибар иттегеҙме, Европаны азат иткәндә бер нисә миллион совет һалдаты һәләк булған, бөгөн уларҙың һәйкәлдәрен ҡыйраталар. Ә мәҙәниәтле, азат ителгән Европала мәрхүмдәрҙең һәйкәлдәрен яҡлап һүҙ әйткәндәре юҡ.
Әллә һуғыш, ысынлап та, дауам итәме?
Читайте нас: