+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 18:31

Төндәлектәр. Әллә беҙгә лә ҡамсы менән таяҡ етмәйме икән? Үҙем боронғо тәрбиә сараһының шаһиты булдым.

Бынан байтаҡ ҡына йылдар элек Өфөләге уҡыу йорттарының береһенең етәксеһе менән аралашырға тура килде. “Тиҙ генә хәл итеүҙе көткән мәсьәлә бар, ошонда көтөп тороғоҙ”, – тип төпкө бүлмәһенә ултыртып ҡуйҙы. Ишек асыҡ, ике өлкән йәштәге ир-азамат һәм 3-4 студент менән һөйләшеүҙәр бара. Кабинет хужаһы әйтеүенсә, Ҡаф тау артынан килгән студенттар уҡырға йүнләп йөрөмәй, имтихандарға әҙерләнмәй, үҙҙәрен тәртипһеҙ тота, тәмәке тарталар, эсәләр икән. Егеттәрҙе уҡыуҙан ҡыуыу мәсьәләһе тора. Шуға етәкселек аталарына хәбәр итергә булған, ә тегеләре килеп тә еткән.

Тәүҙә студенттар сәбәптәрен табып, аҡландылар, вуз уҡытыусыларына һылтандылар, ләкин ярҙам итмәне. Өлкәндәрҙең береһе ныҡ ҡына әйткәйне, егеттәрҙең танауҙары төштө лә ҡуйҙы. Шунан һуң ректор тегеләрҙең аталарын өгөтләй башланы һәм студенттарҙы тәрбиәләү быларҙың күмәкләшеп сығып китеүе менән тамамланды.
Аҙаҡ ректорҙың һөйләүенән шуны аңланым, студенттарҙың аталарының береһе сумкаһынан тос ҡына ҡамсы, икенсеһе йәтеш кенә таяҡ килтереп сығарған һәм тегеләрҙең ҡото осҡан.
Аҙаҡ таныш ректор менән ошо ваҡиғаны ара-тирә иҫкә төшөрөп, көлөшә торғайныҡ. Хатта бер тапҡыр, ҡамсы болғауҙың файҙаһы булдымы һуң, тип тә һораным. “Әлбиттә, файҙаһы тейҙе, – тине ул. – Ул егеттәргә дипломды мин үҙем тапшырҙым”.
Үкенескә ҡаршы, боронғо, ләкин ышаныслы тәрбиә алымдары хәҙер онотолоп бара. Ҡайһы ваҡыт уйлағаным да бар, беҙҙең үҙебеҙгә генә түгел, йәмғиәткә лә ваҡыт-ваҡыт ҡамсы күрһәтеп, таяҡ болғап алғанда, һис тә ҡамасауламаҫ ине.
Читайте нас: