-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 19:06

Төндәлектәр. Зәйнулла Ғәйнулла улын иҫкә төшөргәндә. Уны юҡһынғандар мин генә түгел икән.

Ишембай районының Әрмет ауылынан атаҡлы профессор, фән докторы Зәйнулла Ғәйнулла улы Ғәбиҙуллин менән байтаҡ аралашырға тура килде. Ифрат ябай, ярҙамсыл, ихлас кеше ине. Бынан бер нисә йыл элек ҡапыл ғына вафат булып ҡуйҙы. Дуҫтары күп ине, уның ярҙамына мохтаждар мин генә түгел икән. Йыш ҡына иҫкә төшөрөп, уның хаҡында һөйләшеп алабыҙ.

60-се йылдар башында Медицина институтына нисек уҡырға инеүе хаҡында һөйләгәне иҫтә ҡалған. Барлыҡ имтихандарын да уңышлы тапшырған, аҙаҡ химияға килгән дә төртөлгән. “Баш ватам, һис тә осона сығып булмай. Шул ваҡыт имтихан барған бүлмәгә олпат ҡына ағай килеп инде һәм рәттәр буйлап китте. Һәр абитуриент эргәһендә туҡтала, һораша, хәл белешә. Миңә килеп еткәс, һорашып та торманы, хатамды табып, һүҙһеҙ генә төҙәтеп ебәрҙе. Имтиханды “5”-кә биреп сыҡтым”, – тип һөйләгәйне.
Уҡырға ингәс, теге олпат ағайҙың Медицина институты ректоры Зәйнулла Әмин улы Ихсанов икәнлеген аңлаған.
Зәйнулла Әмин улы оҫта ойоштороусы һәм ректор ғына түгел, бик ҡыҙыҡлы пьесалар авторы һәм рәссам да булған. Уның тормош юлы хаҡында романдар оҫтаһы Ринат Камалдың “Мединститут эше” исемле заманында ҙур шау-шыу тыуҙырған роман яҙҙы.
Беләһе ине, хәҙерге ректорҙар рәт араларында йөрөп, ярҙам итеп, ауыл балаларының яҙмышын хәл итәме икән? Шул йола һаҡланһа, ни тиклем һәйбәт булыр, һаулыҡ һаҡлауҙа тәртип урынлашыр ине.
Читайте нас: