-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 16:59

Владимир Путинға тәҡдим иткәндәр, ләкин ул баш тартҡан. Йә инде, кеҫә телефоны ла юҡ икән, смартфоны ла.

ТАСС-тың “Путинға 20 һорау” тапшырыуҙары бара. Был юлы Президент ниндәй һорауға яуап бирәсәк?

ТАСС-тың “Путинға 20 һорау” тапшырыуҙары бара. Был юлы Президент ниндәй һорауға яуап бирәсәк?
2000 йылдар башында Рәсәйҙә хәлдәр бик ҡатмарлы ине. Кавказда ысын мәғәнәһендә һуғыш бара. Яңы ғына Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Владимир Путинға именлек тәьмин итеү өсөн уның күсермәһе, йә хәүефһеҙлек тәьмин ителмәгән урындарҙа дублер менән алыштырырға тәҡдим итәләр. Владимир Путин үҙенең һыңарын ғәмәлгә индереүҙән баш тарта.
Рәсәй Президенты заманса һанлы коммуникация саралары менән дә бәйләнештә тормай икән. Мәҫәлән, уның айфоны ла, смартфоны ла юҡ.
“Бәйләнешкә инеү өсөн минең башҡа мөмкинлектәрем бар, – тип аңлатҡан дәүләт хужаһы. Махсус элемтә трубкаһын алыу менән, мин һораған кеше менән шунда уҡ тоташтыралар”.
2000 йылдарҙағы Путин менән хәҙерге Путин араһында айырма Ер менән күк араһындағы һымаҡ. Хәйер, үткән 20 йыл Рәсәй өсөн дә етди үҙгәрештәргә бай булды. 2000 йылдарға тиклемге тормошобоҙҙо ҡарағыҙ һәм хәҙергеһе менән сағыштырығыҙ.
Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Читайте нас: