+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2020, 10:07

Һаҡ булайыҡ, коронавирус эргәлә генә.

Ҡытайҙа сирләүселәр һаны 80 меңгә етеп килә. Шуныһы өмөтләндерә, бөгөнгө көндә Ҡытайҙа сирләүселәрҙең 36 меңдән ашыуы, йәғни, яртыһы тип әйтерлек, терелеп сыҡҡан. Әлеге көндә дауаханаларҙа 39 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.Рәсәй етәкселеге сирҙе үткәрмәҫ өсөн ҡәтғи саралар күрә. Әйткәндәй, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Рәсәйҙең сир менән көрәшеү алымдарын яҡшы, тип баһалаған.

Шуныһы өмөтләндерә, бөгөнгө көндә Ҡытайҙа сирләүселәрҙең 36 меңдән ашыуы, йәғни, яртыһы тип әйтерлек, терелеп сыҡҡан. Әлеге көндә дауаханаларҙа 39 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә.
Рәсәй етәкселеге сирҙе үткәрмәҫ өсөн ҡәтғи саралар күрә. Әйткәндәй, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Рәсәйҙең сир менән көрәшеү алымдарын яҡшы, тип баһалаған.
Бөгөнгә сир янаған илдәргә Рәсәй самолеттары осмай,туристар йөрөмәй, бәйләнештәр бик түбән кимәлдә.
Ләкин беҙҙе Италиялағы хәлдәр борсомай ҡалмай. Сөнки был илдә әле дауаханаларҙа 400 самаһы сирле иҫәпләнә. Уларҙың 17-һе вафат булған. Был һандар беҙҙе борсомаҫ ине, әгәр Рәсәй туропараторҙар йәмғиәте белдереүенсә, бөгөн Италия ҡалаларында егерме меңләп турист иҫәпләнмәһә. Хәҙер беҙгә туристарҙың битлек кейеп, ҡулдарын йыуып йөрөүҙәренә һәм Мәскәү аэропортында махсус терминалда етди контроль үтеүҙәренә ышанырға ғына ҡала.
Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: