+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2020, 11:54

Паспортыбыҙҙа 5-се графаны, йәғни милләтебеҙҙе күрһәтеүҙән мәхрүм иткән академик Валерий Тишков “Башинформ” агентлығына интервью бирҙе һәм халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек хаҡында һөйләне.

“Бер ниндәй үҙгәртеүһеҙ һөҙөмтәләр алыу өсөн, үткән йылдарҙан айырмалы, кешеләргә баҫым яһауҙан, уларҙы агитациялауҙан, “башҡорт булып яҙыл”, “татар булып яҙыл” тип өгөтләүҙән туҡтарға кәрәк, – ти Валерий Тишков. – Кешеләргә үҙен кем итеп тоя, шулай итеп яҙылыу мөмкинлеге биреү мөһим. Әгәр кеше ҡатмарлы үҙаңға эйә, үҙен тегеләй, йә былай тоя икән, өтөр аша ике, йәки хатта өс милләтте күрһәтеү мөмкин. Күптәр “беҙҙә бөтәһе лә ҡушылды”, ти, шуға күрә милләтте билдәләү үҙаңы ҡатмарлы булыуы ихтимал. Кеше тыуғанда уҡ йә татар, йә башҡорт, йә урыҫ булып тыумай, ул тәрбиәнән, йәшәү урынынан, ғаиләһенән һәм башҡа тәьҫирҙәрҙән үҙ милләтен билдәләй”.

Академик билдәләүенсә, 2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында Башҡортостандың көнбайышында үҙен билдәләү буйынса ҡатмарлыҡтар тыуған. Татар булһынмы, башҡортмо, улар башҡорт булып яҙылған. Ә бына 2010 йылда баҫым булманы, сәғәт теле икенсе яҡҡа күсте. Был йәһәттән беҙ кемдәр, ҡайҙан килгәнбеҙ һымаҡ бәхәстәр әҙерәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Был иң мөһиме түгел. Иң мөһиме, беҙ – рәсәйҙәр, ә һер кеше үҙе билдәләй, кем ул, иҫәп алыусыға ла шул хаҡта әйтә. Хатта бер ғаилә эсендә бер баланы – атаһына, икенсеһен әсәһенә ҡарап яҙалар, ти Тишков.
Шулай ҙа күрше республиканан айырмалы, беҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек тыныс һәм ыңғай йүнәлештә бара. Интернет, телевидение һәм башҡа мәғлүмәт саралары аша көнө-төнө уфтаныуҙар, аһ итеүҙәр ишетелмәй, ҡотҡо таратылмай. Шикләнмәйем, республикала йәшәүсе күпселек – башҡортмо, татармы, урыҫмы – 1 октябрҙә башланасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына 10 йылға бер үтә торған ҡәҙимге кампания итеп кенә ҡарай. Борон-борондан беҙ, ошонда йәшәүселәр, үҙ-ара кәңәш ҡороп, бер-беребеҙҙең фекеренә ҡолаҡ һалып, хатта яҙмышты хәл итер мәсьәләләрҙе һәр яҡтың да мәнфәғәтен яҡларлыҡ итеп тормошҡа ашырырға өйрәнгәнбеҙ. Башҡаса мөмкин түгел.
Читайте нас: