Республика прокуратураһы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында былтырғы эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Коллегия ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Халыҡтың законлы мәнфәғәттәрен һаҡлау маҡсатында прокуратура хеҙмәткәрҙәре алдында бөгөн шундай бурыстар тора: эш хаҡы буйынса бурысты түләтеү, алданған өлөшсөләрҙе яҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалығындағы хаҡ арттырыуҙарға сик ҡуйыу, ҡаҙна аҡсаһын урлауҙарға ҡаршы көрәш, милли проекттарҙың үтәлешен тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡҡа баҫымдан һаҡлау, экстремизм һәм терроризмға ҡаршы көрәш.
Юғарыла һаналған ошо ете бурыс бөгөн халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ уятҡан төп мәсьәләләр булып ҡала. Әлегә, мәҫәлән, предприыятиеларҙа эш хаҡы буйынса бурыс 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Шуныһы яҡшы, бурыстың байтаҡ өлөшө прокуратура органдарының туранан-тура ярҙамы менән эшләүселәргә түләтелгән. Алданған өлөшсөләргә килгәндә, улар йылдың- йылы кәмергә тейеш һымаҡ. Ләкин торлаҡ төҙөлөшө киңәйгән һайын, яңылары барлыҡҡа килеп тора. Торлаҡ-коммуналь хужалығында ла хәлдәр еңелдән түгел. Властар күпме көс һалһа ла, хаҡтарҙы көйләп ҡараһа ла, халыҡ иҫәбенә байырға теләүселәр табылып тора. Ҡаҙна аҡсаһын урлаусыларға ҡаршы көрәштә прокуратура власть органдарына аныҡ ярҙам күрһәтә. Закон һаҡлаусылар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан ситтә ҡала алмай. Социаль-көнкүреш объекттары төҙөү, халыҡтың тормошон һәм йәшәйешен яҡшыртыу өсөн 2024 йылдың аҙағына тиклем байтаҡ аҡса бүленгән, уларҙы файҙаланыу закондарға ярашлы, ғәҙел һәм үтә күренмәле булырға тейеш. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә баҫым кәмене, һәр хакимиәттә уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлауы урынбаҫарҙар эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, былтыр ғына меңдән ашыу зхаконһыҙ тикшереү осрағы теркәлгән. Республикала шулай уҡ экстремизм һәм терроризм осраҡтарын иҫкәртеү буйынса берлектә эшләргә кәрәк.