Илдең иң юғары хәрби аналитик даирәләрендә Рәсәй менән Америка араһында атом һуғышы сыҡҡан осраҡта хәл-ваҡиғаларҙың үҫешенә фараздар яһаған һәм был һуғышта еңеүселәр булмаясағын асыҡлағандар. Мәҫәлән, тәүге һөжүмдән һуң Америка яғында ла йөҙәр меңдәрсә ҡорбан барлыҡҡа килеүе бик ихтимал, тип фаразлағандар.
Ә икенсе һөжүмдән һуң Ер шарында хәлдәр бөтөнләй ҡотолғоһоҙ төҫ аласаҡ, хатта АҠШ-тың үҙендә 7-8 миллион кеше һәләк буласаҡ, аслыҡ башланасаҡ, сөнки атмосфераны бик оҙаҡҡа ҡара һөрөм ҡаплап аласаҡ.
Шуларҙы асыҡлағандан һуң, АҠШ-тың хәрби аналитик даирәләрендә атом һуғышын асыу бер яҡҡа ала еңеү килтермәйәсәк, тип тапҡандар.
Ярай, үҙҙәре белеп туҡтағас та насар түгел.