Интернет киңлектәрендә туҙға яҙылыуға лайыҡ тағы бер фекер күренеп ҡалды. Бичурин фамилиялы әфәнде Стәрлетамаҡ ҡалаһында ер өҫтө метроһы төҙөргә тәҡдим итә. Маҡсат изге, ниәттәр шәп, хатта ошо метро сафҡа ингән көндө күрге килә.
Проект авторы ҙурҙан киҙәнгән. Был метро Стәрлетамаҡ киңлектәренә һыймай, эргәләге Салауат һәм Ишембай ҡалаларын да үҙ эсенә аласаҡ. Полный хөрриәт һәм башҡа транспортың да кәрәк түгел. Тик әфәнде беҙҙең хәҙер коммунизмдан күптән баш тартып, тирләп-бешеп капитализм төҙөүебеҙҙе беләме икән? Хәҙер инфраструктура объекттары халыҡ ихтыяжына яуап биргән, йәғни күпселектең кеҫәһенән сыҡҡан аҡса иҫәбенә генә төҙөлә.
Бер нисә йыл элек беҙҙең бер ҡәләмдәш Өфө менән Стәрлетамаҡты тоташтырып, ике ҡала араһында троллейбус линияһы асып, халыҡты ҡыуандырмаҡ булғайны. Йәл, үҙен аңламанылар, проектын ҡарап та торманылар. Иң тәүҙә шул троллейбусҡа үҙен ултыртып, Болғаҡ, Толбазы аша Стәрлетамаҡҡа ебәрергә һәм шалтыр-шолтор килеп ҡайтҡанын көтөргә кәрәк ине. Үәт, күңелле булыр ине.
Бына шундай эшкә ашмаҫ тәҡдимдәр ни арба, ни сана ваҡытта, йәғни, яҙ йыш ишетелеүсән. Ярай, үҙҙәрен ғәфү итәйек тә ҡуяйыҡ инде.