+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2020, 12:00

Хәйерлегә булһын! Айҙың башланыуы бер ҙә ҡыуандырманы.

Йәкшәмбе шулай тура килде, футбол буйынса чемпионат, хоккейҙан плей-офф башланды. Шуныһы йәтеш, футболды ҡарай алманым, еңелгәндәрен беләм һәм ғәжәпләнмәйем. Беҙ әлегә футбол республикаһы тип маҡтана алмайбыҙ. Ике туп индереп еңелеүҙән әллә ни ҙур фажиғә яһау уйынан ситтә торам.

Ә бына хоккей буйынса ҙур иҫәп менән еңелеүҙе һис тә аҡлай алмайым. 2,5 миллиард һум самаһы йыллыҡ эш хаҡы, йәшәү, эшләү, уйын шарттары, береһенән-береһе көйһөҙөрәк йондоҙҙар. Уйна, ең, көйәрмәндәреңде ҡыуандыр. Юҡ инде, булмаһа, булмай икән.
Дөрөҫ булһа, Омск ҡалаһынан “Авангард”тың ҡарсығалары беҙҙекеләрҙең эш хаҡының сиреген дә ала алмай икән. Йорт-ерһеҙ күсмә тормош шарттарында мөкиббән китеп, үҙҙәрен аямайынса уйнауҙарын әйт. Омскиҙа хоккей аренаһы булмау сәбәпле, Мәскәү эргәһендәге Балашиха хоккей майҙанында өйҙәш булып йәшәгән эт типкеһендә йөрөгән команда май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ ялт итеп торған йондоҙҙарҙы еңеп һалһын әле!
Дөрөҫ әйтәләр шул, аҡса түгел, ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙеңде аямай уйнау еңә. Беҙҙекеләргә тап шул етмәй ҙә инде.
Читайте нас: