+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2020, 10:46

Көслө кешеләр генә ғәфү үтенә белә. Радий Хәбиров тағы ла ғәфү үтенде.

Кисә ғәфү итеү йәкшәмбеһе булды. Ошо йолаға ярашлы, бер-береһенә дәғүәһе булғандар ғәфү үтенәләр һәм бәхәстәрен оноталар. Әлеге йола етәкселәр араһында ныҡлы таралһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине.

Кисә ғәфү итеү йәкшәмбеһе булды. Ошо йолаға ярашлы, бер-береһенә дәғүәһе булғандар ғәфү үтенәләр һәм бәхәстәрен оноталар. Әлеге йола етәкселәр араһында ныҡлы таралһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине.
Әйткәндәй, беҙҙең Республика Башлығы, башҡаларҙан айырмалы, был йәһәттән көслө һәм аҡыллы етәксе булараҡ өлгө күрһәтә. Архангель районында, мәҫәлән, элекке башлыҡ шыршы байрамына һуңлап килгән һәм балаларҙы, ата-әсәләрҙе көтөргә мәжбүр иткән. Башлыҡ өсөн Радий Хәбиров ғәфү үтенгән. Өфө вуздарының ректоры менән бәйле шундай уҡ ваҡиға билдәле. Башлыҡ ваҡланып торманы, бөтә халыҡ алдында ректорҙан ғәфү үтенде.
Ғәфү үтенә белеү әҙәп кенә түгел, кешегә ихирам һәм ихтыяр көсө сағылышы ла. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе ғәфү итергә өйрәнәйек.
Читайте нас: