Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙы рәнйетеүгә ҡаршы закон сығарыу буйынса бәхәстәр ҡыҙғандан-ҡыҙа. Депутаттарҙы арзанлы абруй яуларға теләүҙә ғәйепләргә уйым юҡ. Улар эшен белә һәм закон проекттарының бер нисә вариантын төҙөп, кем уҙарҙан Дәүләт думаһына тәҡдим итеп тә өлгөрҙө. Әгәр эштәр былай барһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ закон быйыл ҡабул ителер ҙә һымаҡ.
Тик мине бер мәсьәлә борсой. Гүзәл затты яҡлап, беҙ ир-ат хаҡында онотмабыҙмы икән? Күп түгел, ләкин яҡлауға мохтаж ир-егеттәребеҙ ҙә бар бит әле. Юғарыла иҫкә алған күҙ төбө лә шул ваҡиғаға ишара.
Үкенескә ҡаршы, статистикала ирҙәрҙең яҙмышы өсөн борсолорлоҡ, хатта һөрән һалырлыҡ һандар бар. Социологтар күҙәтеүенсә, Рәсәй үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны буйынса донъяла, үкенескә ҡаршы, тәүге урындарҙың береһен биләй. Ә суицидҡа барыусыларҙың 90 проценты тип әйтерлек – ир-егеттәр икән.
Социологтар бының сәбәбен ирҙәрҙең хоҡуҡи йәһәттән яҡланмауында күрә, йәмғиәт тә башлыса гүзәл зат мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Шуның өсөн, беҙгә ҡалһа, дәүләт тә, йәмғиәт тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-аттың да хоҡуҡтарын яҡларға бурыслы.
Хәҙер донъя ҡатмарланды, хатта ауырлашты, тип әйтергә мөмкин. Ирҙәр һәм ҡатындар һөнәре, эше, мауығыуҙары араһында электән булған сиктәр юйыла, гүзәл затты ҡурсалау хәрәкәттәре көсәйә. Ләкин мөһим мәсьәләгә бер яҡлы ғына ҡарап, көслө затты онотоп ҡуймаһаҡ ярар ине.