+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2020, 17:46

Мәрхүмдәргә түгел, тереләргә кәрәк

Республика Башлығы Хәтер көнө хаҡында Указға ҡул ҡуйҙы. Ниһайәт, республикала йола үтәү, зыяраттарҙы тәрбиәләү, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу йәһәтенән тәртип булдырырлыҡ ҡарар барлыҡҡа килде. Республикала быйылдан башлап 2 май – Хәтер көнө тип иғлан ителде.

Барыһына ла мәғлүм, христиандарҙың дини календарына ярашлы, йыл һайын ата-әсәһен иҫкә алыу көнө үткәрелә. Ул йыл һайын апрель аҙағы – май башында ойошторола һәм үҙгәреп тора. Республика Башлығының указы христиандарҙың йола үтәүенә ҡаршы килмәй, башҡа дини конфессияларға ҡағыла тип аңларға кәрәк.
Хәтер көнөн ойоштороу урындағы властарға алдан уҡ транспорт, техника менән ярҙам итеүҙе лә күҙ уңында тота.
Читайте нас: