+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2020, 20:00

Рәсәй ни өсөн һуғыш асырға теләмәй?

Беҙҙең заманса ҡоралдар башҡаларҙы туҡтап ҡалырға мәжбүр итә. Телеканалдар аша күрһәтелгән “Путинға 20 һорау” исемле әңгәмәләр теҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был юлы ТАСС хәбәрсеһе Рәсәй Президентынан заманса ҡоралдар һәм оборонаға сығымдарҙы кәметеү хаҡында һорашты.

Рәсәй Президенты: “Беҙ бер кем менән дә һуғышырға йыйынмайбыҙ, ләкин оборона өлкәһендә беҙҙең хәл илебеҙгә һуғыш асыу теләгенән тыйып тора”, – тип яуап бирҙе.
Хәҙер Рәсәй ҡоралланыу йәһәтенән эйәреүсе түгел, ә иң алдан барыусы. Бындай осраҡ бығаса булғаны юҡ ине, тине Президент. Хәҙер ҡоралланыуға континент-ара тауыштан шәберәк осоусы емергес комплекстар ҡуйыла.
Рәсәй Президенты ТАСС хәбәрсеһенә стратегик ҡоралдарҙы кәметеү буйынса АҠШ менән һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә әҙер икәнлеген белдерҙе.
Читайте нас: