+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2020, 11:45

Төндәлектәр. Юлай Ғәйнетдинов белмәй маҡтамаҫ. Нур Собханғолов өсөн ҡыуандым.

Бер көн Юлай ағай килеп инде. Уны мин килгән һайын, һаумы, ағай, һин бит халҡыбыҙҙың тере хазинаһы, тип ҡосаҡлап алам. Бәй, шулай түгелме ни? Юлай ағай йыйған һәм халыҡҡа еткергән хазиналар йылдан-йыл ҡиммәтләнә генә бара. Рәхмәт һиңә, Юлай ағай!Бер көн, беләһеңме, һеҙҙең ауылдан бик шәп ҡурайсы үҫеп килә, тип ҡыуандырҙы. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыусы Нур Собханғолов хаҡында әйтә икән. Нисек белмәҫкә, Стәрлетамаҡтан Нәсимә менән Әмирҙең улы, Усман ҡоҙа менән Фәниә ҡоҙағыйҙың ейәне була инде.

Бер көн Юлай ағай килеп инде. Уны мин килгән һайын, һаумы, ағай, һин бит халҡыбыҙҙың тере хазинаһы, тип ҡосаҡлап алам. Бәй, шулай түгелме ни? Юлай ағай йыйған һәм халыҡҡа еткергән хазиналар йылдан-йыл ҡиммәтләнә генә бара. Рәхмәт һиңә, Юлай ағай!
Бер көн, беләһеңме, һеҙҙең ауылдан бик шәп ҡурайсы үҫеп килә, тип ҡыуандырҙы. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыусы Нур Собханғолов хаҡында әйтә икән. Нисек белмәҫкә, Стәрлетамаҡтан Нәсимә менән Әмирҙең улы, Усман ҡоҙа менән Фәниә ҡоҙағыйҙың ейәне була инде.
Нурҙың үҙен күргәнем юҡ, һәр хәлдә Усман ҡоҙаға оҡшаған бер егет күренеп ҡала. Моғайын, шулдыр. Үткән шәмбе кеҫә телефонында Усман ҡоҙаға оҡшаған егетте тағы күрҙем. Гимназияла бик шәп бүләккә лайыҡ булған. Ҡотлайым, ҡоҙа, был бүләгең яңы еңеүҙәргә дәртләндерһен! Ниндәй бүләк булғандыр, белмәйем, һәр хәлдә һин уға лайыҡ. Сөнки һиңә баһаны Юлай Ғәйнетдинов бирҙе инде. Өлкәндәр ышанысын аҡла, Нур ҡоҙа!
Читайте нас: