+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Март 2020, 11:30

Ярослав Кузьминов һәм Эльвира Нәбиуллина. Бөгөн уларҙы нимә берләштерә?

Үткән аҙнала МДУ-ның Юғары иҡтисад мәктәбе ректоры ҡыҙыҡлы ғына белдереү менән сығыш яһаны. Ул айлыҡ килеме 1 миллион һумдан артыҡ булған физик шәхестәрҙән һалымды прогрессив шкала буйынса, йәғни, юғары кимәлдә түләтеү яғында. Иҡтисад фәндәре докторы был өҫтәлмә килемде фәҡирҙәргә һәм балалы ғаиләләргә ярҙам өсөн тотонорға тәҡдим итә.

Ә бына Рәсәй Үҙәк банкы етәксеһе Эльвира Нәбиуллинаға ҡаршы миллиардер Олег Дерипаска сығыш яһаны һәм финанс-кредит эшмәкәрлеген дөрөҫ алып бармауҙа ғәйепләне. Миллиардер раҫлауынса, 9 процентлы ипотека кредиты халыҡты бөлдөрөүгә йүнәлтелгән һәм ул тиҙ арала түбән төшөрөлөргә тейеш. Рәсәй иҡтисадында хужаһы дәүләт булған банктар, мәҫәлән, мохтаждарға ипотека кредитын 5 процент менән дә бирә алыр ине.
Яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллина Олег Дерипаскаға нимә тип яуап бирер, әлегә билдәле түгел. Ә беҙҙе шундай һорау ҡыҙыҡһындыра: әйтәйек, Эльвира Нәбиуллина менән Ярослав Кузьминов ирле-ҡатынлы, иҡтисад мәсьәләләрен, исмаһам, сәй эскәндә үҙ-ара тикшермәйҙәрме икән? Юғиһә, юғары проценттарҙан халыҡ бигерәк миктәне бит.
Хөкүмәттең яңы башлығы Михаил Мишустин да 9 процентлы ипотеканы енәйәт, тип баһаланы һәм түбәнәйтеү мөмкинлектәрен эҙләргә ҡушты.
Ә уны табыу өсөн алыҫ бараһы түгел, “Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы”ның нәфсеһен тыйыу ҙа етә. Мәҫәлән, монополистҡа әйләнеп барған йәшел банктың йыллыҡ саф табышы триллион һум самаһы тәшкил итә. Бәлки ошо аҡсаны ипотека ставкаһын кәметеүгә йүнәлтеү ҙә етәлер?
Читайте нас: