Быйылғы ҡыш ифрат йылы булды, ләкин халыҡты әллә ни ҡыуандырманы. Бының үҙ сәбәптәре бар. Сөнки ҡыш йылы булғас, фатирҙарҙы йылытҡан өсөн беҙ аҙ түләргә тейеш инек. Ләкин күндәм халыҡ бының киреһен күҙәтте. Белеп булмай, тәбиғәт закондары үҙгәреп тора, бәлки хәҙер беҙ аҡсаны, киреһенсә, ҡыш йылыраҡ булған һайын, күберәк түләйбеҙҙер.
Фатир өсөн түләүҙәр арта, халыҡ ыңғыраша-ыңғыраша түләй, ишетеп ҡалдым, күп түләгән өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу осраҡтары ла теркәлгән икән. Тик бының өсөн “БашРТС” тигән контораға барырға, ғариза яҙырға, хатта өйҙә тирләп ултырмауыңды иҫбатларға кәрәк. Тик шуны белегеҙ, һеҙ берәү түгел, йөҙҙәрсә, меңдәрсә кеше ғариза яҙырға, аҡсаһын кире ҡайтарырға теләй. Шул меңдәр араһында йөрөр өсөн һеҙгә йылытҡыс батарея һымаҡ ныҡ, йылы килә торған торба һымаҡ ҡаты булырға кәрәк.
Һеҙгә шым булырға кәңәш бирәбеҙ. Сөнки һаулыҡты киләһе ҡыш өсөн һаҡлағыҙ. Ҡапҡан һайын һары май булмай, киләһе ҡыш һалҡын булыр һымаҡ. Ноябрь, декабрь түләүҙәрен көтөгөҙ.
Ә хаҡтарҙың ни өсөн артыҡ булыуы сер түгел. Йылы беҙгә килеп еткәнсе бер нисә ҡул аша үтә, һәр береһе тартынмай, оялмай үҙ өлөшөн ҡушып ебәрә. Йәғни, беҙҙең кеҫәгә тығыла.
Шуны йылылыҡ етештереүсенән генә һаып алыуҙы ойоштороп булмаймы икән?