Бөгөн Хөкүмәттең иртәнге оператив кәңәшмәһендә юл-транспорт ваҡиғаларына анализ яһалды. Әйткәндәй, был мәсьәләне республика Башлығы Радий Хәбиров даими контролдә тота һәм юл хеҙмәте, ЮХХДИ етәкселәренән ҡорбандар һанын кәметеүҙе талап итә. Үкенескә ҡаршы, юлдарҙың тығыҙлығы, транспорттың күплеге, водителдәрҙең яуапһыҙлығы юлда ҡорбандар һанының артыуына килтергән. Былтыр ошо осорға 57 кеше һәләк булһа, быйыл 64 кешегә еткән.
БР-ҙың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, авариялар йыш булған урындарға фото һәм видео теркәгестәр ҡуйыу хәлде яҡшыртырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, ҡорбандар һаны артҡандан-арта. Мәҫәлән, үткән ял көндәрендә 40-тан ашыу юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, 50 кеше йәрәхәт алған, ә бер кеше һәләк булған.