+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 11:45

Асфальт ирей, һыу таша... Талдар бөрөһөн аса.

Үҙегеҙ күрҙегеҙ, быйыл ҡыш булманы, етмәһә, ишелеп-ишелеп ҡар яуҙы. Көндәр йылына башлау менән, юд ситтәрендә күләүектәр барлыҡҡа килде. Кисә ус ҙурлығы ғына булған соҡорҙар бөгөн иртән тәгәрмәсте күмерлек булып ҙурайҙы.

Юлдағы соҡорҙарға ғәжәпләнергә ярамай. Улар беҙҙе һәр яҙ ҡаршы ала һәм йәй еткәнсе оҙатып йөрөй.
Хөкүмәттең дүшәмбе кәңәшмәһендә лә ошо хаҡта етди һүҙ булды. Ҡыш йылы килеү сәбәпле, юл ремонтлау эштәре быйыл күп буласаҡ, тип көтөлә.
Бындай осраҡта күп мәсьәләне водителдәр хәл итә. Юл ремонтлау эштәрен йәйелдереү сәбәпле, тығындар ҙураясаҡ һәм ваҡыт та күп китәсәк. Бәлки бындай осраҡта күпмелер ваҡытҡа йәмәғәт транспорты менән йөрөү отошлолор. Сөнки юлдар насар булғас, бараһы ереңә тиҙ генә барып етеп булмаясаҡ. Бәлки эшкә иртәрәк сығыу, һуңыраҡ ҡайтыу файҙалылыр? Үҙегеҙ өсөн дә, яратҡан автомобилегеҙ өсөн дә.
Соҡор-саҡырһыҙ юлдар теләйбеҙ һеҙгә!
Читайте нас: