+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 11:40

Ҡайғылы хәбәр. Бөгөн Радих Хөсәйенов менән бәхилләшәбеҙ. Беҙ уның ихлас йылмайыуын һағынасаҡбыҙ әле.

Уны дуҫтары ихласлығы, ярҙамсыл булыуы өсөн яратты.

Уны дуҫтары ихласлығы, ярҙамсыл булыуы өсөн яратты.
Өфө дәүләт нефть-техник университетының Архитектура факультеты доценты Радик Хөсәйенов 60-сы йәшендә ҡапыл вафат булды. Ул Кемеров өлкәһендә тыуған, аҙаҡ ата-әсәһе менән Өфөгә әйләнеп ҡайта. 1983 йылда БДПУ-ның Нәфис графика факультетын тамамлай. Ул ихлас, ябай, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше ине. Сульптура һындарында милли йүнәлеш өҫтөнлөк итте. Уның “Һабантуй батыры”, “Шүрәле” композициялары ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып торҙо. Радик Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Стәрлетамаҡ ҡалаһында ябай уҡытыусыға һәйкәл ҡуйҙы. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн Өфө Сәнғәт галереяһында иртәнге 10-дан 12 сәғәткә тиклем буласаҡ.
Редакция мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: