-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 11:55

Эт менән эт булмағыҙ инде. Ҡуй инде, бесәйҙәрҙе лә онотмағандар бит әле!

Дәүләт Думаһының тормошо үҙ ағышы менән дауам итә һәм сәйер-сәйер тәҡдимдәр яңғырай. Бына һуңғыларының береһе шаҡ ҡатырлыҡ. Дәүләт Думаһына ҡайһы бер чиновниктар эттәргә һәм бесәйҙәргә һалым һалыу тураһында тәҡдим индергән. М-да... Мин, мәҫәлән, эттәрҙең, йә бесәйҙәрҙең йыл һайын теүәл генә итеп һалым түләүҙәренә шикләнәм. Тимәк, был эш менән уларҙың хужалары шөғөлләнәсәк.

Ҡайһы бер депутаттар коллегаларының тәҡдимен һаташыу һәм провокация, тип баһалап өлгөрҙө. Икенселәр һалым түләтеү урамдарҙа хужаһыҙ эттәрҙең һәм бесәйҙәрҙең артасағын фаразланы. Баш әйләнерлек был тәҡдимде кем ауыҙынан сыҡҡан, тип иҫәпләйһегеҙ инде? Якутск ҡалаһы хакимиәте башлығы Сардана ханым Авксентьева тәҡдим иткән икән. Уның хаҡында ишеткәнегеҙ бар инеме? Мин, мәҫәлән, юҡ. Хәҙер Сардана ханымды бар донъя белә.
Читайте нас: