-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 10:00

Төндәлектәр. Бөгөн – халыҡ-ара яҙыусылар көнө! Дөрөҫ булһа, яҙыусылыҡ – иң боронғо һөнәрҙәрҙең береһе икән.

Шүлгәндән сыҡҡан аусылар һунарҙан ҙур табыш менән ҡайтҡан. Табыш тигәндәре ғәләмәт ҙур мамонт икән. Уны өлөштәргә бүлгеләп, саҡ күтәреп киләләр, ти. Ҡаршыларына, йүгерешеп, ҡыуана-ҡыуана ҡатындары, балалары сыҡҡан. Ҡатындарҙың иң өлкәне ым-ишара менән: “Был тиклем дә ҙур хайуанды нисек тоттоғоҙ?” – тип һораған. Мамонт һынлы мамонт йыҡҡан баһадир кәүҙәле ирҙәр бер нисек тә яуап бирә алмағандар.

Шүлгәндән сыҡҡан аусылар һунарҙан ҙур табыш менән ҡайтҡан. Табыш тигәндәре ғәләмәт ҙур мамонт икән. Уны өлөштәргә бүлгеләп, саҡ күтәреп киләләр, ти. Ҡаршыларына, йүгерешеп, ҡыуана-ҡыуана ҡатындары, балалары сыҡҡан. Ҡатындарҙың иң өлкәне ым-ишара менән: “Был тиклем дә ҙур хайуанды нисек тоттоғоҙ?” – тип һораған. Мамонт һынлы мамонт йыҡҡан баһадир кәүҙәле ирҙәр бер нисек тә яуап бирә алмағандар. Араларынан йонсоу ғына берәүһе, сығып, мамонтты нисек ҡамауҙары, күмәкләп ҡыуалап йөрөтөп, хәлен алыуҙары, һөңгө менән сәнсеүҙәре, таш менән шаңғытыуҙары тураһында ентекләп, кәрәк урынында өҫтәштереп, ауҙаштарының батырлығын мәмерйәлә усаҡ һаҡлап ҡалғандарға ым-ишара менән һөйләп биргән. Күҫәген болғап, йүгереп йөрөп, таш ырғытып, кәрәк ерендә һөрәнләп тә күрһәткән. Аусыларға ла, уларҙың хәләлдәренә лә оҡшаған был. Был хаҡта һөйләгән ирҙе иң түргә ултыртып ҡуйғандар. Ҡулына тос ҡына һөйәк һонғандар.
Моғайын, шулай барлыҡҡа килгәндер яҙыусы һөнәре. Бәлки теге мул һөйәге лә тәүге гонорар булғандыр. Беҙ белмәйбеҙ, ул осорҙан нисәмә мең йылдар үткәндер, ләкин ул йылдарҙы мамонттар күтәрә алмаған, юҡҡа сыҡҡан. Ә кешеләр – беҙ – һаман да иҫән-һау. Әгәр ҙә һеҙ ошоно уҡыйһығыҙ икән, тимәк, ул тарих һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырған. Һеҙ нисектер, беҙ уға ышанабыҙ. Әйҙәгеҙ, бер мәлгә һеҙ ҙә ышанығыҙ!
Читайте нас: