+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 13:04

Төндәлектәр. Еңеүселәрҙе һағынғанда. Тыумай ҡалғандар ауылы.

Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, атайҙарҙың яуҙа алған яраларын күреп, һыҙланыуҙарын ишетеп үҫтек. Яуҙаштар йыш ҡына бергә йыйыла, һуғыш йылдарын иҫкә ала, үҙ-ара маҡтанышыу ҙа, хатта бәхәсләшеп китеү ҙә булғандыр.

Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, атайҙарҙың яуҙа алған яраларын күреп, һыҙланыуҙарын ишетеп үҫтек. Яуҙаштар йыш ҡына бергә йыйыла, һуғыш йылдарын иҫкә ала, үҙ-ара маҡтанышыу ҙа, хатта бәхәсләшеп китеү ҙә булғандыр.
Беҙ, һуғыштан һуң тыуған малайҙар һәм ҡыҙҙар, ифрат күмәк инек. Һәр йортта тип әйтерлек, 7-8 бала, 4-5 бик һирәк. Уйнарға йыйылһаҡ, урамға һыймай, ауыл ситенә сыға торғайныҡ. Ниндәй уйындар беҙҙе мауыҡтырғандыр, хәҙер бик хәтерләмәйем, ә бына яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан бабайҙарҙың һәм ағайҙарҙың эргәбеҙгә йыйылып, бәләкәйҙәрҙе дәртләндереп торғандарын иҫләйем.
Һуңлап булһа ла шуға төшөндөм, беҙҙең атайҙар, бабайҙар һәм ағайҙар ҡанлы яуҙан беҙҙе үҫтереп, кеше итер өсөн генә иҫән-һау һәм еңеп ҡайтҡандар. Тәбиғәт ҡанундары аяуһыҙ, әгәр улар әйләнеп ҡайтмаһа, беҙ донъяла булмаҫ инек.
Ә бит беҙҙең Ҡабыҡҡыуыш ауылынан яуға киткән ике йөҙ алтмышлап һалдаттың йөҙ утыҙлабы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Йөҙ утыҙҙы иң кәмендә биш-алтыға ҡабатла – 600 самаһы килеп сыға. Үҙе бер ауыл бит! Тыумай ҡалған ҡыҙҙар һәм малайҙар ауылы. Ошонан да фажиғәлерәк күренештең булыуы мөмкинме?
Читайте нас: