+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Март 2020, 11:00

Ваҡытында ҡайта белегеҙ, юғиһә, булғанынан мәхрүм ҡалыуығыҙ бар.

Бер әҙәм (эшсе, колхозсы, нефтсе, водитель) командировканан ҡайтып килә. Шым ғына килеп, ишекте асҡан, өйөнә кергән һәм аяҡ осона ғына баҫып, йоҡо бүлмәһенә үтһә, ҡатыны күршеһе, дуҫы, шешәләше менән бар донъяһын онотоп, ҡосаҡлашып йоҡлап ята.

Бер әҙәм (эшсе, колхозсы, нефтсе, водитель) командировканан ҡайтып килә. Шым ғына килеп, ишекте асҡан, өйөнә кергән һәм аяҡ осона ғына баҫып, йоҡо бүлмәһенә үтһә, ҡатыны күршеһе, дуҫы, шешәләше менән бар донъяһын онотоп, ҡосаҡлашып йоҡлап ята. Йорт хужаһы, нисек сығып киткәнен, аэропортҡа барып еткәнен һәм ҡатынына шылтыратҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Шылтыратҡан һәм үҙенең оҙаҡламай өйҙә буласағы тураһында еткергән.
Ҡайтып инһә, ҡатыны ҡыуанып, ҡаршы алған, шунда уҡ мунсаға алып инеп киткән, йөҙ грамм ҡойған, ашатҡан, эсергән һәм йоҡларға һалған. Ә теге таҙа түшәктә, ҡайнар ҡосаҡта донъя рәхәтлегенә ҡыуанып ята һәм уйлай икән: “йә инде, алйот, сюрприз яһайым, тигән булып, шылтыратмайынса ҡайтып төшөп, үҙемде шундай ҙа мөғжизәле тормоштан мәхрүм итә яҙҙым бит”, тип уйлаған, имеш.
Читайте нас: